» » » ДИҢГЕҘ ҠАБЫРСАҒЫ

Баҫылды : 3-10-2014, 13:08 |
Рубрика: Авторҙар / Тыуған илем
Просмотров: 324
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 10-2014
Рубрика: Авторҙар / Тыуған илем
Исеме: ДИҢГЕҘ ҠАБЫРСАҒЫ
Автор: Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Авторҙар / Тыуған илем

ДИҢГЕҘ ҠАБЫРСАҒЫ

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

 

ДИҢГЕҘ ҠАБЫРСАҒЫ

Эй, һин, диңгеҙ ҡабырсағы,

Һырлы-ҡырлы ҡабырғаң!

Ҡолағың һаман шаулаймы

Тулҡын башҡарған йырҙан?

 

Анау болоттар тауышын,

Анау сәскә сыңлауын

Һинең инде нисә быуат

Онотолоп тыңлауың?

 

Торатауҙың, Йөрәктауҙың,

Шәкетауҙың, Ҡуштауҙың

Күкрәгендә күпме дәүер

Йәйләнең дә ҡышланың?

 

— Ҡайҙа һинең диңгеҙең? — тип

Һорайым ҡабырсаҡтан.

— Ике йөҙ һикһән миллион

Йылдар үтте ул саҡтан…

 

Бында сикһеҙ даръя ине,

Тулҡыны ине тиңһеҙ.

Һыуҙа йәшәр бар йәнлекте

Ошонда йыйҙы диңгеҙ.

 

Әйтте:

— Һеҙ, балаларым, — тип, —

Түгелһегеҙ мәңгелек.

Диңгеҙ кибер,

Донъя бөтмәҫ —

Берҙәм булайыҡ элек!

 

 

 

Бик күп дәүерҙәр үтерҙәр,

Йәнлектәр булыр башҡа.

Беҙ тауҙар булып ҡалырбыҙ —

Әйләнеп тораташҡа…

 

Шул саҡ бында

Төйәкләнер

Байман башҡорт балаһы.

Үҫеп сығыр ауылдары,

Әллә күпме ҡалаһы.

 

Изге тау, тип

Барса халыҡ

Һыйыныр беҙгә шул саҡ…

… Бына нимә бәйән итте

Шихандағы

Ҡабырсаҡ.

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор