Бай ил » Журнал

Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  3. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  4. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  5. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  6. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
Баҫылды : 2-10-2014, 13:04 | Категория: Авторҙар, Тыуған илем

Просмотров 409
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2014
Рубрика:Авторҙар, Тыуған илем
Исеме:Бай ил
Автор:Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

 

 

Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА

 

Бай ил

(Пьеса)

Ҡатнашалар: Сит ил ҡунаҡтары: 1 се малай, 2 –се малай,

Алып барыусы уҡыусы ҡыҙ менән малай.

Сәхнәгә ялтыр кейемдәге ике сит планета малайы инә.

1-се малай. Ниндәй матур илгә килеп төшкәнбеҙ: ул тауҙар, урмандар, ҡыҫҡаһы - тәбиғәт иҫ китмәле, ожмахтыр был.

2-се малай. Беҙгә матурлыҡ нимәгә? Алтын-көмөш тейәп ҡайтырға ҡуштылар бит. ( Башҡортостан тураһында йыр тауышы ишетелә. Сәхнәнән бер уҡыусы йырлап үтә.).

1-се малай. "Башкортостан” тип йырлайҙар. Башҡортостан иленә килеп төшкәнбеҙ ҙә.

2-се малай. Туҡта, туҡта! "Тупрағында бөтмәҫ алтының...” – тиҙәр бит. Беҙгә нәҡ шул кәрәк тә.

1-се малай. Тауҙар менән ағастарҙан башҡа бер ни күрмәйемсе?

2-се малай. Бәлки йәшереп тоталарҙыр? Әйҙә берәйһенән һораштырып ҡарайыҡ.

1-се малай. Сит-яттарға әйтеп торалар, ти. Күҙәтәйек, өйрәнәйек, тыңлаштырайыҡ. Ана, кемдәрҙер былай килә, йәшенәйек. (Таш артына йәшерәнәләр.) Сәхнәгә ҡыҙ менән малай инә.

Ҡыҙ. Эх, йырҙағыса матур ҙа үҙебеҙҙең Башҡортостан!

Сит ил малайҙары. (таш артынан сәхнәгә ҡурҡышып ҡарап) Уф, әллә беҙҙе һиҙҙеләр инде?

Малай. Эйе шул. Шағир Рәмил Йәнбәк ағай ҙа:

Һулап туймаҫ – һауаларың,

Йомарт ерең – иҫ китмәле!

Байлығыңды һанар өсөн

Белеп торам һүҙ етмәҫен – тип яҙған "Мәңге балҡы Башҡортостан” шиғырында.

Ҡыҙ. Беҙҙең яҡта сыҡҡан алтын, көмөш, алмас, гәлсәр, йәшмә, нефте ҡушһаң, о-о-о ! Һүҙҙәр етмәҫ шул.

(Сит планета ҡунаҡтары байлыҡ тураһында ишеткәс, ымлашып, ҡолаҡтарын ҡуйып тыңлай.)

Уҡыусы малай. Эй ҡыҙҙар, һеҙ шул алтын-көмөш тиһәң, иҫегеҙ китә инде. Кешенең күңел байлығы булһын ул! (Аҫылташтарҙан муйынсаҡтар тағып, беләҙектәр кейгән ҡыҙ күренә. Ана күрҙегеҙме, әйттем бит. (Бейеү көйө башлана.Ҡыҙ биҙәүестәрен сылтратып ала ла бейеп тә китә.)

Ҡыҙ. (Малайға ҡарап). Әйтеп ҡара инде беҙҙә күңел байлығы юҡ тип. Ана ниндәй матур итеп бейей!

(Сит ил ҡунаҡтары көйгә түҙмәй ҡул сабып, аяҡ менән тыпырлашып алалар.)

Ҡыҙ. Абау, ҡарағыҙ әле таш артында кемдәр шаулаша?

Уҡыусы малай. Сығығыҙ әле, һеҙ кемдәр?

1-се малай. (Күккә күрһәтеп). Беҙ илегеҙҙе маҡтағанығыҙҙы ишетеп үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәйек тип килдек. Башҡортостан – гөлстан, Бөрйәнем - ... тип юҡҡа ғына йырламайһығыҙ икән.

2-се малай. Тағы алтын- көмөштәрегеҙҙе тейәп алып китергә. (Икенсеһе тиҙ генә уның ауыҙын ҡаплай һала).

Ҡыҙ. Ишетәһегеҙме? Былай ҙа беҙҙең байлыҡты күпме ситкә ташыйҙар. Сит планетала йәшәүселәр генә етмәгәйне!

Уҡыусы малай. (Хәйләле йылмайып, залға ҡарап күҙ ҡыҫа.) Йәлме ни, алһындар әйҙә! Ерҙәге иң ҡиммәт минералды – һыуҙы, ҡара алтынды – нефтте көсөгөҙ еткәнсе тейәп алығыҙ.

1-се малай. Шулай ҡиммәтме ни улар?

Ҡыҙ. Бер тамсы һыу – алмасҡа тиң.

Уҡыусы малай. Нефть – һауа, диңгеҙ, ҡоро ерҙең батшаһы.

2-се малай. Беҙгә тик алтын менән көмөш кенә алырға ҡуштылар.

Уҡыусы малай. Алтын ул кешене боҙа, күңелен емерә.

1-се малай. Юҡ-юҡ, улай булғас, ундай нәмә беҙгә кәрәкмәй. Ана күңел байлығы тигәнегеҙҙе бирегеҙ.

2-се малай. Тағы һыу – алмасҡа тиң тинегеҙ. Уны ла алайыҡ.

Уҡыусы малай. Һыу – ул йәшәү! Уны бер ниндәй байлыҡҡа ла алмаштырып булмай. Дөрөҫ һайланығыҙ. Һыуығыҙ бөтһә, тағы килерһегеҙ, йәме!

Ҡыҙ. Ә күңел байлығын алып китеп булмай ул. Ул һәр кешенең эсендә, йөрәгендә, күңелендә була.

1-се малай. Шулаймы? Бындай күркәмлекте күреп, ишетеп беҙҙең күңел дә байығандыр?! Рәхмәт һеҙгә. Һаубулығыҙ.

2-се малай. Осрашҡанға тиклем.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
Беҙ — өс игеҙәк / Нияз сәлимов

Беҙ — өс игеҙәк / Нияз сәлимов

Беҙ — өс малай, игеҙәктәр:...
АЛТЫН БАЛЫҠ/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

АЛТЫН БАЛЫҠ/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

Фәрүәз портфелен яурынына элде лә, ҡулына сәскәләр тотоп,...
Комментарийҙар