» » » ТӨЛКӨ — ҺАТЫУСЫ

Баҫылды : 24-09-2014, 10:00 |
Рубрика: Авторҙар / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр
Просмотров: 779
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 08-2014
Рубрика: Авторҙар / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр
Исеме: ТӨЛКӨ — ҺАТЫУСЫ
Автор: Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Авторҙар / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр

ТӨЛКӨ — ҺАТЫУСЫ

 

 

ТӨЛКӨ — ҺАТЫУСЫ/ Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА

 

Төлкө һата, ти, баҙарҙа

Бер тоҡ кишер орлоғо.

Аптырата йәнлектәрҙе

Орлоғоноң ҙурлығы!

 

Маҡтап, маҡтап һата Төлкө,

Теле телгә йоҡмайса.

Йәнлектәр ала тоҡсайлап,

Уның һүҙен йыҡмайса.

 

«Бер орлоҡтан килограмм

Алдым кишер унышын:

Бик шәп сорт уйлап сығарҙым,

Тамаҡ туҡ булды ҡышын!»

 

Килеп сыҡты баҙар буйлап

Күршеһе етеҙ Ҡуян:

«Ха-ха-ха-ха, хи-хи-хи-хи!» —

Көлә лә көлә йығылып,

Был Ҡуянға ни булған?

 

Уны һырып алды йәнлек:

«Һөйләп бирсе асығын,

Йыртылдымы әллә һинең

Ҡуян, көлкө ҡапсығың?»

 

«Ха-ха-ха-ха!

Төлкө былтыр

Кишер тип яңылыштан

Әнис сәскәйне күп итеп,

Балалары, бахырҡайҙар,

Ҡыш буйына асыҡҡан!

Нисек оҫта һата Төлкө

Шул әнис орлоғон!

Әйтмәһәм дә, беләһегеҙ

Һеҙ уның йылғырлығын!»

 

Ҡараһалар тирә-яҡҡа,

Төлкөнән елдәр иҫкән!

Ҡуян ғына һаман көлә:

«Ха-ха-ха-ха!

Хи-хи-хи-хи!

Әнис бигерәк шәп үҫкән!»

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.