Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  2. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  3. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  4. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  5. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 4-09-2013, 14:34 | Категория: Алтын бишек » Туған тел

Просмотров 1336
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2013
Рубрика:Алтын бишек » Туған тел
Исеме:БАШҠОРТ ТЕЛЕ
Автор:Зәйнәб Биишева
Район:
Ауыл:
Рәссам:
БАШҠОРТ ТЕЛЕ/Зәйнәб Биишева

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем!
(голосов:6)

Оҡшаш материал
Математика дәресендә/Әлфис Ғаязов

Математика дәресендә/Әлфис Ғаязов

Яуап алты килеп сыҡты...
Мәңге йәшә, ғорур ҡалам!

Мәңге йәшә, ғорур ҡалам!

Мин Башҡортостандың гүзәл, тәбиғәтле Салауат районында...
Комментарийҙар