» » » Ағиҙел буйлап сәйәхәт

Баҫылды : 24-09-2014, 08:41 |
Рубрика: Авторҙар / Тыуған илем
Просмотров: 852
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 08-2014
Рубрика: Авторҙар / Тыуған илем
Исеме: Ағиҙел буйлап сәйәхәт
Автор: Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Салауат Ғиләзетдинов

Авторҙар / Тыуған илем

Ағиҙел буйлап сәйәхәт

 

Ағиҙел буйлап сәйәхәт

Быйыл Батыр класташтары менән сәйәхәттәрен Ағиҙел йылғаһынан башларға булдылар. Үтәсәк маршруттарын билдәләнеләр.

— Ай-һай, Ағиҙел йылғаһы бик оҙон: Ирәмәл тауҙарынан башланып, Кама йылғаһына барып ҡоя икән. Оҙонлоғо – 1420 километрға етә, — тине Батыр картанан ҡарап.

— Оҙондор шул. Ана бит нисәмә ҡала аша үтә: Белорет, Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещенск, Бөрө, — тип һананы Гөлназ.

— Ҡарағыҙ, ҡушылған йылғалар ҙа бик күп: Нөгөш, Өфө, Сим, Бир, Танып, Ашҡаҙар, Өршәк, Дим, Ҡармасан, Ирмасан, База, Сөн... Башланған ерендә бәләкәй йылға кеүек булһа, Камаға еткәс, диңгеҙҙәй барҙыр әле, — тине Батыр.

— Эйе шул, — тип килеште ҡыҙҙар.

— Ә беҙ сәйәхәтте ҡайҙан башлайбыҙ? – тип һораны малайҙар, уҡытыусы ағайҙарына ҡарап.

— Белорет районындағы "Ағиҙел” турбазаһынан башлап, Бөрйән ерендә урынлашҡан Шүлгән мәмерйәһендә тамамлайбыҙ, — тип аңлатты етәкселәре.

Икенсе көндө үк балалар юлға сыҡты. Өфөнән турбазаға тиклем машина менән, ә унан Бөрйән яҡтарына кәмәләргә ултырып, һыу буйлап аҡтылар.

Ағиҙел йылғаһы бында киң дә, тәрән дә түгел.

— Һыу шундай таҙа – төбөндәге һәр таш, үҫемлек, балыҡтар күренә. Бәлки шуға "Аҡ Иҙел” тип атағандарҙыр, — тиеште ҡыҙҙар. Ә малайҙар яр буйлап һуҙылған ҡая-тауҙарға һоҡланып барҙы.

Борма—борма булып аҡты йылға. Тауҙар туғайҙар менән, туғайҙар ҡуйы урман менән алмашынды. Балалар һәр күренеште фотоға төшөрә барҙы. Кискә бер ҡая янында ялға туҡтанылар.

— Был "Инсебикә” ҡаяһы, — тип таныштырҙы етәкселәре. Уның тарихын да һөйләп алды:

"Ошо ергә яҡын бер ауылда бик һылыу Инсебикә исемле ҡыҙ йәшәгән. Һөйгән егете лә булған. Тик бер бай ҙа ҡыҙҙы күреп ғашиҡ була һәм өсөнсө ҡатынлыҡҡа һората башлай. Атаһы, ҡыҙын ярлы егеткә бирмәҫ өсөн, риза була. Инсебикә инәлеп, ялбарып илап та ҡарай, тик атаһы ҡаты тора. Туй көнө еткәс, ҡыҙ ҡасып китә. Артынан байҙың кешеләре ҡыуа төшә. Ҡыҙ ошо ҡаяға килеп еткәс, ҡасыр урын ҡалмағас, аҫҡа ташлана...

Балалар, ҡыҙҙы иҫкә алған кеүек, тын да алмай тыңланы.

Икенсе көндө генә сәйәхәтселәр Шүлгән мәмерйәһенә килеп етте. Өс километрға һуҙылған һәм өс ҡатлы мәмерйә эсендәге ер аҫты күлдәре һәм йылғалары, стеналарға тәү тормош кешеләренең төшөргән һүрәттәре балаларҙы таң ҡалдырҙы. Онотолмаҫлыҡ бер тарихи күренеш булып ҡалды.

— Бына шулай , балалар, Ағиҙел йылғаһы оҙон ғына түгел, ә тарихтарға ла бай! Әле һеҙ белмәгән, асылмаған әллә күпме тарихи урындар барҙыр әле, — тине етәкселәре ҡайтҡан саҡта.

 Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА


Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.