Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  2. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  3. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  4. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  5. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 4-09-2013, 14:34 | Категория: Алтын бишек / Туған тел

Просмотров 748
"Аҡбуҙат"та баҫылған:
Рубрика:Алтын бишек / Туған тел
Исеме:Телдәр шоңҡар сөйә
Автор:Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Атаһы менән Телдәр

Шоңҡар сөйҙө төлкөгә.

Төлкө типте һунар ҡошо —

Ҡалманылар көлкөгә.

Атаһы менән Телдәр

Асылыкүл буйында

Сапсан сөйҙө өйрәккә —

Сапсан йылғыр бигерәк тә.

Атаһы менән Телдәр

Сөйҙө күкһкл ҡарсыға,

Бүҙәнә тота алманы —

Ҡарсыға ла талсыға.

Атаһы менән Телдәр

Сөйҙө күккә ыласын —

Былай ғына,

Ыласын ҡош

Ҡояш менән уйнаһын!

Ҡәҙерле балалар! Шоңҡар, сапсан-ыласындар төркөмөнә ингән ҡоштар. Ҡарсыға ниндәй төркөмгә ҡарай?

Салауат Юлаевтың: "Бейектә оса ҡоҙғон ҡош, унан бейек осор ыласын бар. Ыласындан да бейек оса торған ҡош батшаһы ҡыйғыр бөркөт бар" шиғырын нисек аңлайһығыҙ? Бөркөт менән ыласындың айырмаһы нимәлә?

Һүҙлек:

Балаян— бөркөттөң уртансы балаһы;

Балапан — бөркөттөң иң көслө балаһы.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар