Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 7-05-2014, 14:53 | Категория: Авторҙар, Тәүфиҡ дәресе

Просмотров 495
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2014
Рубрика:Авторҙар, Тәүфиҡ дәресе
Исеме:Көмөш тәңкәләр
Автор:Земфира АҠБУТИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Земфира АҠБУТИНА

Көмөш тәңкәләр

(Хикәйә)

 

Минең ике апайым бар. Ҙуры — Әлфиә, икенсеһе — Әлиә. Бер көн Әлфиә апайым беҙгә утыҙ биш тинлек аҡса бирҙе лә тәмлекәстәр алырға ҡушты. Минең магазинға тәүге тапҡыр килеүем. Тышта эҫе, ә унда һалҡынса, рәхәт. Кәштәләрҙәге әйберҙәргә ҡарап, иҫем китеп торам. Әлиә апайым һатыусыға көмөш һәм баҡыр тәңкәләрҙе һуҙҙы. Бер устай «кис-кис» тигән ирис кәнфит, байтаҡ ҡына печенье килде. Минең күҙем дүрт булды. Бәләкәй генә көмөш тәңкәләргә күпме ниғмәттәр алырға була! Яйын табып:

— Әлфиә апайым ул утыҙ биш тинде ҡайҙан алды икән? — тип һораным.

— Иҙән йыуғанда карауат аҫтынан тапҡан.

— Улайһа, мин бөгөн иҙән йыуам!

— Ярай, бик һәйбәт!

Мин тасҡа һыу алып, эшкә керештем. Карауат аҫтына инеп, һәр мөйөшөн тикшереп сыҡтым. Бәлки, көмөш һәм баҡыр тәңкәләр иң төптә яталыр?Ләкин ул табылманы.

— Апай, иҙәнде йыуып бөттөм, ә аҡса тапманым, — тим, ҡайғырып. — Ә карауат аҫтына уларҙы кем һала?

Апайым хәйләкәр йылмая. Күҙен ҡыҫа биреп:

— Атайҙың салбар кеҫәһендә күп. Уларҙың сыңлап-сыңлап киткәнен ишеткәнең юҡмы ни?

Мин бөтөнләй шаҡ ҡаттым.

— Юҡ, — тим.

— Ул йоҡлар алдынан салбарын сисеп, ултырғысҡа һала. Шунда сылтырағаны ишетелә. Кейенгән саҡта, кеҫәһендәге аҡсалары төшөп китеп, карауат аҫтына ла тәгәрәй, — ти апайым.

Кисәге тәмлекәстәрҙең тәме һаман да минең тел осонда тора кеүек! Барыһы ла йоҡлап бөткәс, карауат эргәһенә барып, атайымдың салбарын ҡулыма алып та өлгөрмәнем, тәңкәләр сыңлап иҙәнгә ҡойола башланы. Гүйә улар:

— Урлашырға ярама-айй! – тип иҙән буйлап тәгәрәнеләр. Тауышҡа атайым уянды. Мин, шаңҡып, урынымда ҡатып тора инем, ул башын ҡалҡытты ла:

— Бар, йоҡла, бында ни эшләп тораһың? – тине аптырап. Шунан ғына миңә йән инде. Нисек урыныма барып ятҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Һабаҡ булды миңә: урлашыу башҡаса уйыма ла инеп сыҡмай!

(голосов:2)

Оҡшаш материал
Аҡбуҙат

Аҡбуҙат

Көмөш яллы Аҡбуҙатым,...
Алтын алма

Алтын алма

(Немец халыҡ әкиәте)...
Комментарийҙар