Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 1-09-2011, 14:11 | Категория: 2011, Һандарға күҙәтеү

Просмотров 929
"Аҡбуҙат"та баҫылған:9-2011
Рубрика:2011, Һандарға күҙәтеү
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:
09-2011

Республикабыҙҙа берҙән-бер кескәйҙәр өсөн башҡортса сыҡҡан “Аҡбуҙат”журналының 9-сы һаны ла донъя күрҙе.

Рәссам Ирина Әхмәҙуллина апайығыҙ журналдың тышлығын байрамса биҙәгән.

Йыл буйы көтөп алған каникулдар артта ҡалды. Хәҙер һеҙҙе тағы ла, ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, күңелле лә уҡыу йылы көтә. Барығыҙҙа йәй буйы көс туплап, дәртләнеп башлап ебәргәнегеҙҙер яңы уҡыу йылын, тип ышанабыҙ.

Байрам айҡанлы журналыбыҙҙың беренсе битен әҙибә өләсәйебеҙ – Фәниә Чанышева шиғырҙары аса. Әйткәндәй, сентябрь айында шағирә үҙенең 85 йәшен ҡаршылай.

Үҙе тик тормаҫ, тәртипһеҙ Айбикә исемле ҡыҙҙың нисек итеп аҡылға ултырғаны тураһында белгегеҙ килһә, Нәжиә Игеҙйәнова яҙған “Кемдең күлдәге матур” исемле хикәйәһен уҡығыҙ.

3-4 –се биттә нимә тиһегеҙме? Балаларҙың иң яратҡан “Бәпембә” рубрикаһы. Бында һеҙ, һәр ваҡыттағыса, тиҫтерҙәрегеҙ ижадын күрә алаһығыҙ.

Кескәйҙәр, “Дуҫ булайыҡ” конкурсы йыл аҙағынаса дауам итәсәк. Һеҙҙән тағы ла ҡыҙығыраҡ фотоһүрәттәр, хаттар көтөп ҡалабыҙ.

Дуҫтар, йомортҡа нисек тын ала? Кем белә? Әһә, уйға ҡалдығыҙмы? Был һорауға һеҙ Тәскирә Даянованың “Йомортҡа тын аламы?” хикәйәһен уҡып яуап бирә алырһығыҙ.

Артабанғы биттә Фәрзәнә Аҡбулатованың “Рәфҡәт һәм футбол тубы” хикәйәһен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Был юлы инглиз телен өйрәнергә теләүселәр уйын формаһында мәктәптә кәрәкле булған әйберҙәр шулай уҡ төрлө йәнлектәрҙең атамаһының тәржемәләре менән таныша ала.

Көҙ етеү менән бар донъя төрлө төҫкә инә. Әйтерһең дә, кемдер ҡуйы сағыу төҫтәргә буяп ҡуя урманды. Ни өсөн йәй буйы йәм-йәшел торған япраҡтар һары, ҡыҙыл төҫкә ингәнен белгегеҙ килһә Регина Шаһисолтанованың “Ниңә япраҡтар төрлө төҫтә?” әкиәтен уҡығыҙ. Майя Ҡәйүмова уға матур, йәнле һүрәт тә төшөргән.

Май айында шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина конкурс иғлан иткәйне. 9-сы һанда ла ошо конкурс дауам итә. “Сатраштар батшалығында” исемле мауыҡтырғыс әкиәт менән бергә балаларға мәсьәлә лә бирелә. Хат аша яуаптар көтәбеҙ.

“Аҡбуҙат”ыбыҙҙың киләһе битен Фаҡиһа Туғыҙбаеваның “Телдәр илендә Телдәр” исемле шиғыры дауам итә.

Күңелле арифметика яратыусыларға Ғариф Ғүмәрҙең шиғри мәсьәләләрен тәҡдим итәбеҙ.

Күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар, дуҫтарыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттә ҡалабыҙ!

“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Азамат Ғарипов, Артур Василов, Салауат Ғиләзетдинов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора.

Ата-әсәйҙәр, кескәйҙәр иғтибарына тағы бер яңылыҡ! Киләһе ярты йыллыҡҡа подписка башланды! Ашығығыҙ! Ярты йылға яҙылыу хаҡы 133 һум 44 тин. Яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ! Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙҙе тағы ла бер яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, дәртегеҙ һүнмәһен, дарманығыҙ ғына етһен тигән теләктә ҡалабыҙ! Был йылды ла беҙҙең менән бергә үткәрерһегеҙ, тип ышанабыҙ.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
01-2013

01-2013

...
05-2011

05-2011

...
08-2011

08-2011

8-2011...
Йомортҡа тын аламы?/Тәскирә Даянова

Йомортҡа тын аламы?/Тәскирә Даянова

Йәмил тауыҡтар менән дуҫлашты....
Комментарийҙар