Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  3. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  4. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  5. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 2-06-2014, 15:46 | Категория: Авторҙар, Йорт хайуандары

Просмотров 424
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2014
Рубрика:Авторҙар, Йорт хайуандары
Исеме:Аҡйондоҙҙоң быҙауы
Автор:Марис НӘЗИРОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

 

Аҡйондоҙҙоң быҙауы

 

Алырлыҡ күҙҙең яуын.

Әсәһе уны танып,

Ялай телен сығарып.

— Мөгөр-мөгөр-мөгөрөк,

Бер башы бар, бер ҡойроҡ.

Дөбөр-дөбөр-дөбөрҙәү,

Ялтыр сирағы дүртәү,

Ике ҡолаҡ, ике күҙ,

Уғыҙ бирәм, быҙау, түҙ!..

 

Күҙҙәренән йәш тиртеп,

Рәнйетмәгеҙ, ти кеүек.

Айгөл йылмайып ҡарай,

Бармағын бөкләп һанай:

— Мөгөр-мөгөр-мөгөрөк,

Бер баш бар ҙа бер ҡойроҡ.

Дөбөр-дөбөр-дөбөрҙәү,

Ялтыр сирағы дүртәү,

Ике ҡолаҡ, ике күҙ,

Уғыҙ бирәм, быҙау, түҙ!..

 

Быҙау ниңә илаһын,

Инде белә хужаһын.

Уғыҙ имергә риза,

Айгөлгә морон һуҙа:

— Мөгөр-мөгөр-мөгөрөк,

Бер баш бар ҙа бер ҡойроҡ.

Дөбөр-дөбөр-дөбөрҙәү,

Ялтыр сирағы дүртәү.

Ике ҡолаҡ, ике күҙ,

Уғыҙ бирәм, быҙау түҙ!..

 

Айгөл артҡа сигенә,

"Туйма, — ти, — еңел генә,

Тәпәй баҫырға кәрәк;

Алға барырға кәрәк,

Шешә ҡабырға кәрәк;

Тыуғас йәшәргә кәрәк,

Эшләп ашарға кәрәк!”.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар