Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 1-08-2011, 14:02 | Категория: Журнал тураһында » Һандарға күҙәтеү

Просмотров 743
"Аҡбуҙат"та баҫылған:8-2011
Рубрика:Журнал тураһында » Һандарға күҙәтеү
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:
“Аҡбуҙат”тың тәүге битен яңы ғына үҙенең юбилейын билдәләгән яратҡан шағирәбеҙ Зөһрә Ҡотлоғилдина, Радик Хәкимйәновтың шиғырҙары асып ебәрә. Уларҙың “Ҡурай еләге”, “Алма”, “Ҡарағат”, “Ләйсән ямғыр” исемле шиғырҙары йәйҙең бөтә йәмен бирә төҫлө.

“Минең белгем килә” рубрикаһында сыҡҡан Рафиҡ Ноғомановтың “Татлы бал” хикәйәһенән һеҙ был юлы ла үҙе зирәк, ярҙамсыл малай менән бергә бал ҡорттары хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла мәғлүмәт белә алаһығыҙ.

Тиҫтерҙәрегеҙ ижадын, фотоһүрәттәрен ғәҙәттәгесә “Бәпембә” рубрикаһы яҡтырта.

Йәй бөтәбеҙҙең дә ныҡ көтөп алған миҙгелелер, шулаймы?! Рәхәтләнеп ял итәбеҙ: һыу төшәһең, онотолоп уйнайһың… Бәлки шуғалыр ҙа һуңғы айҙа беҙгә хат яҙыусылар һирәгәйҙе. Кескәйҙәр, “Дуҫ булайыҡ” конкурсы әле лә дауам итә. Һеҙҙән тағы ла ҡыҙығыраҡ фотоһүрәттәр, хаттар көтөп ҡалабыҙ!

Был һанда шулай уҡ һеҙ быйыл “Ыласын” лагерында ял иткән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың фотоларын, ҡул эштәрен күрә алаһығыҙ.

Әкрәм Бейештең “Еңмеш ҡуян” әкиәтен уҡып, ни өсөн ҡуян балаһына ҡушамат таҡҡандарын белерһегеҙ.

Артабанғы биттәге “Уңыш байрамы” исемле комикстан йәшелсә, емеш-еләктәрҙең ҡайһыһы файҙалыраҡ тигән һорауға яуап алырһығыҙ. Ошонда уҡ уларҙың инглиз теленә тәржемәләре лә бирелгән.

Быйыл йәй баш ҡалабыҙҙа үткән “Ер һәм кешеләр” кинофестивалендә иң яҡшы актер тип танылған Ғәлимйән Мәмбәтов хаҡында һеҙгә Зөһә Бураҡаева “Ә мин киноға төштөм” мәҡәләһендә яҙа.

Башҡорт милли музыка ҡоралдарының ҡайһыһы иң моңлорҡ икән, белмәйһегеҙме? Улайһа, Миңлегөл Тайсинаның “Ҡайһыбыҙ моңлораҡ” әкиәтен тәҡдим итәбеҙ.

Май айында шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина конкурс иғлан иткәйне. 8-се һанда ла ошо конкурс дауам итә. “Сатраштар батшалығында” исемле мауыҡтырғыс әкиәт менән бергә балаларға мәсьәлә лә бирелә. Хат аша яуаптар көтәбеҙ.

Күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар, “Уңыш байрамы” тигән йыр ҙа дуҫтарыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттә ҡалабыҙ!

“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора.

Журналыбыҙ тышлығындағы күренекле рәссам Сергей Маджарҙың һүрәтендәге яҡты ҡояшҡай һәр йортҡа йылы нурҙарын тигеҙ өләшһен, “Аҡбуҙат”ыбыҙ тик шатлыҡтар ғына алып килһен, тигән өмөттә ҡалабыҙ!
(голосов:0)

Оҡшаш материал
05-2013

05-2013

“Аҡбуҙат” журналының 5-се һанына күҙәтеү...
03-2013

03-2013

“Аҡбуҙат” журналының 3-сө һанына күҙәтеү...
02-2013

02-2013

“Аҡбуҙат” журналының 2-се һанына күҙәтеү...
09-2011

09-2011

...
01-2013

01-2013

...
Комментарийҙар