Тәлмәрйен менән Гөбөргәйел/Рәмзәнә АБУТАЛИПОВА » Журнал

Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  3. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  4. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  5. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  6. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
Баҫылды : 2-06-2014, 15:12 | Категория: Әкиәттәр, Хайуандар илендә

Просмотров 691
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2014
Рубрика:Әкиәттәр, Хайуандар илендә
Исеме:Тәлмәрйен менән Гөбөргәйел
Автор:Рәмзәнә АБУТАЛИПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

 

(Әкиәт)

Төймәләй генә ыуылдырыҡ йылға ситендәге һыуҙа үҫте-үҫте лә елберләк йөҙгөслө, ялбыр ҡойроҡло сүмесбашҡа әүерелде. Күпмелер ваҡыт үткәс, йөҙгөс-ҡойроғонан арынды һәм, тәлмәрйен ҡиәфәтенә инеп, ярға сыҡты.

– Уррра!!! Мин – Тәл-мәр-йен!!! Теләйем икән – һыуҙа, теләйем икән – ерҙә йәшәйем! – тип шатланып һикергеләне.

Тамам арығас, ул ял итеү өсөн матур биҙәкле таш өҫтөнә менеп ҡунаҡланы.

Был ни ғәжәп!? Таш ҡапыл һелкенеп ҡуйҙы ла телгә килде:

— Әллеү-әллеү! Төш, арҡамды ауырттыраһың бит!

Тәлмәрйен ҡомға мәтәлләп барып төштө лә:

— Һин... Һин... кем ул? – тине ҡурҡышынан тотлоғоп.

— Гөбөргә-йел! – тине таш телгә килеп.

— Вәт ҡыҙыҡ! Ташмы – таш, ә үҙе һөйләшә!

— Ә һин кем?

— Мин – Тәл-мәрйен!

— Исемең ҡалай матур!

— Әйҙә, бергә уйнайыҡ!

— Әйҙә һуң, ҡыуып тот! – тине Тәлмәрйен һәм яҡындағы ҡыуаҡлыҡҡа ҡарай һикерҙе.

Гөбөргәйел уның артынан ынтылды... Тик, күпме тырышмаһын, һикереү түгел, ерҙән дә айырыла алманы... Арҡаһындағы таш ҡабырсағы уны ергә тартты.

Сәмләнгән Гөбөргәйел илай-илай әсәһе янына шыуышты:

— Әсәй, сисендер мине! Минең дә һикергем килә!

— Ҡабырсаҡ-туның – һинең таш ҡалҡаның. Ул барҙа һиңә бер ниндәй йыртҡыс януар-ҡош ҡурҡыныс түгел!

— Барыбыр миңә таш тун кәрәкмәй!

– Арҡаһындағы ҡабырсаҡтан ҡотолоу өсөн Гөбөргәйел ныҡ итеп һелкенергә тотондо. Бер саҡ таш ҡабырсаҡ ысҡынып китте лә ... йылға яры буйлап тәгәрләне! Шатлығынан Гөбөргәйел Тәлмәрйен артынан юрғаланы.

Гөбөргәйелбикә уның артынан шыуышты:

— Туҡта! Харап булаһың бит!

Гөбөргәйел уның һүҙҙәрен ишетергә лә теләмәне.

Шул саҡ ҡапыл дәү селән күренде һәм күҙ асып йомған арала Тәлмәрйенде эләктереп тә алды... Гөбөргәйел әсәһе яғына һикерҙе. Селән уны ла ҡыуып етте... Тик яланғас Гөбөргәйелдең ниндәй йән эйәһе икәнен аңлай алмай, бер аҙға икеләнеп ҡалды. Шул арала Гөбөргәйелбикә улын таш ҡабырсағы аҫтына йәшереп тә өлгөрҙө…

— Әсәй, минең ҡабырсағымды берәйһе алып китмәнеме икән? – тине Гөбөргәйел бышылдап ҡына.

 


(голосов:0)

Оҡшаш материал
Апуш / Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Апуш / Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Апуштың теше һыҙлай,...
Ҡышҡы күл/Зөбәйҙә Исламова

Ҡышҡы күл/Зөбәйҙә Исламова

Көндәр һалҡын торһа ла, күл өҫтө бала-саға менән тулы....
Комментарийҙар