» » » Яҙа белмәгәс…/ Сафуан ӘЛИБАЙ

Баҫылды : 2-06-2014, 15:07 |
Рубрика: Авторҙар / Минең ғаиләм
Просмотров: 638
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2014
Рубрика: Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме: Яҙа белмәгәс…
Автор: Сафуан ӘЛИБАЙ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Авторҙар / Минең ғаиләм

Яҙа белмәгәс…/ Сафуан ӘЛИБАЙ


 

 

Бейеш әйтә: «Ручкам насар,

Бер ҙә матур яҙмай, — ти, —

Өр-яңыны һатып алам,

Әсәй, аҡса давай», — ти.

Яңыны алғас та, яҙыу

Үҙе төҙәлмәй икән:

Бер юлдан икенсе юлға

Хәрефтәр ҡолап төшкән.

«Быныһынан да бөтөнләй

Хәрефтәр зәғиф сыға!..» —

Тип үсегеп, яңыһын да

Тағы һындыра һуға.

Күрәһегеҙ, тырт-мырт килеп,

Көндәр үткәрҙе Бейеш,

Матур яҙырға ни уға

Йүнле ручка юҡ, имеш.

Бейеш кеүектәргә, дуҫтар,

Бар минең кәңәш һүҙем:

Үсекмә инде ручкаға,

Яҙа белмәгәс үҙең?!

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.