Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  2. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  3. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  4. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  5. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 17-04-2014, 08:47 | Категория: Авторҙар / Яҙ / Изгелек

Просмотров 794
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2014
Рубрика:Авторҙар / Яҙ / Изгелек
Исеме:Тамсыҡай
Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

(Әкиәт)

Тамсыҡай «туп» итеп ҡыҙыҡайҙың битенә килеп төштө лә: «Уйтип ҡысҡырып ебәрҙе. «Уй-уй!» — тип унан да нығыраҡ ҡысҡырҙы ҡыҙ бала.

— Мин бит бәләкәй генә Тамсыҡай. Ҡурҡма.

— Ә нишләп битемә һикерҙең?

Бынау боҙҙан иреп килеп төштөм. Һин кем булаһың?

Тамсыгөл, — тине ҡыҙыҡай.

— Исемең матур. Һин берәү генә, ә беҙ, тамсылар, күп. Яҙ еткәс, тып-тып тамабыҙ. Йырғанаҡ булып йылғаға табан ағып китәбеҙ.

— Ҡайҙа юл тотаһығыҙ?

Диңгеҙгә. Бергә ҡушылып йыйылған һайын көслөрәк була барабыҙ, — тине Тамсыҡай. Сәйәхәт итергә яратам.

— Ә миңә алыҫ китергә ярамай, бәләкәймен әле, — тине Тамсыгөл. – Бәлки, һин дә, ҙурайғас, сәйәхәт итерһең.

— Юҡ, миңә ҙурайырға ярамай. Мин гел Тамсыҡай. Белеп ҡуй.

Бына ҡыҙыҡ! Улар көн дә осрашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Бер көн шулай:

— Һинең менән оҙаҡ булдым, дуҫым. Инде алыҫ сәфәргә китәм. Анау аҡ болотҡа ҡушылам. Ул мине көтөп тора, — тине.

— Һин унда нисек менәһең, ҡанатың юҡ бит!

Тамсыҡай көлөп ебәрҙе, шунан боҫҡа әйләнеп юҡ булды. Ул киткәс, күңелһеҙ булып ҡалды. Сөнки ҡыҙыҡай,

 

Тамсыҡайҙы бүтәнсә осратмам, тип уйланы. Ә ул ләйсән ямғырлы бер көндөтағы ла усына килеп төштө. «Бына хәҙер мин — ямғыр күҙе, — тине ул. — Ерҙе, бар тереклекте, йәшеллекте, урман-туғайҙарҙы һыу эсергәс, яңынан болотҡа ултырып китәм».Шундай егәрле, яҡшы дуҫы барлығына Тамсыгөл дә ҡыуанды.

Дуҫы бик оҙаҡ күренмәне. Ҡыш етте. Бер мәл бейәләйенә ҡар бөртөгө килеп ҡунды: «Сәләм, Тамсыгөл!» «Уй, матурһың, ҡар бөртөгө! – тине Тамсыгөл, — Ә исемемде ҡайҙан беләһең?»

— Мин бит Тамсыҡай!

— Ҡышын ҡар бөртөгөнә әйләнәм. Ел-дауыл менән уйнап сәйәхәт итәм. Тик мине иретеп ҡуйма, яраймы!

— Кире тамсы булғың килмәйме ни?

Әллә иреүҙән ҡурҡты, Тамсыҡай ҡайҙалыр осто ла китте. Бүтән уларҙың күрешкәне булманы. «Бәләкәс дуҫым миңә асыуланды», — тип үкенде ҡыҙ.Яңынан яҙ килде. Тамсыгөлдөң битенә ҡапыл бер тамсы килеп ҡунды. Ҡыҙ, Тамсыҡайҙы күрмәһә лә, таныны һәм ҡыуанып көлөп ебәрҙе.

— Сәләм, дуҫҡай! Тимәк, йылы яҙ етә!

— Эйе, был мин. Тамсыгөл, ҡалай һин ҙур үҫкәнһең!

— Миңә алты йәш тулды! — тине ҡыҙыҡай ғорурлыҡ менән. — Ә һиңә?

— Беҙҙең бит йәш юҡ. Хатта үлсәп, самалап та булмай. Һәр саҡ бәләкәс — бары бер тамсы!

Улар яҙ сәләмен килтерә, ерҙе һуғара, ямғыр яуҙыра, яҡшылыҡ эшләй. Эш бәләкәйлектә, буйҙа, кәүҙәлә түгел, яҡындарыңды, дуҫтарыңды ҡыуандыра белеү — үҙе ҙурлыҡ. Бына шулай тип уйланы Тамсыгөл. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, балалар?


(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар