» » » Байрам тамашаһы

Баҫылды : 8-03-2014, 09:48 |
Рубрика: 8 март / Авторҙар
Просмотров: 582
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 03-2014
Рубрика: 8 март / Авторҙар
Исеме: Байрам тамашаһы
Автор: Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Салауат Ғиләзетдинов

8 март / Авторҙар

Байрам тамашаһы


Әсәйемдең, өләсәйҙең,

Үҙемдең дә байрамым

Календарҙа башлай матур

Һәм күңелле яҙ айын.

 

Атай, олатай, ҡустым да

Шым ғына бышылдаша.

Белеп торам: улар беҙгә

Әҙерләйҙәр тамаша.

 

Атай, быуып алъяпҡысты,

Бешерер ҙә төшөрөр.

Олатай өй-магазин-өй

Маршрутында йөрөр.

 

Өҫтәлгә сынаяҡ теҙеп,

Ҡустым да ярҙамлашыр.

Атайҙың ҡоймағы көйөр,

Ҡаҙандан ашы ташыр.

 

Үҙе, тирен һөртә-һөртә,

Ҡәнәғәт йылмаясаҡ.

Байрам ҡотлап, өсөбөҙгә

Шәп тамаша буласаҡ!

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.