» » » Беҙҙең класс

Баҫылды : 15-04-2014, 07:37 |
Рубрика: Журнал тураһында / Хаттар
Просмотров: 800
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2014
Рубрика: Журнал тураһында / Хаттар
Исеме: Беҙҙең класс
Автор: Ғүмәрова Риана
Район: Ауырғазы
Ауыл:
Рәссам:

Журнал тураһында / Хаттар

Беҙҙең класс

 

Мин Талбаҙы башҡорт гимназияһының 3-сө класында уҡыйым. Класыбыҙҙа 11 уҡыусы: 8 ҡыҙ һәм 4 малай. Беҙҙең класта малайҙар көслө, ә ҡыҙҙар аҡыллы. Малайҙар шуҡ, шаярырға ярата. Беҙ төрлө ауылдарҙан йыйылғанбыҙ: Төрөмбәт, Сәлих, Өс-Бәлеш, Әбсәләм, Добровольный, Сыбайтал, Талбаҙы. Шуға ҡарамаҫтан беҙҙең класс бик дуҫ, татыу. Бер-беребеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, кәңәштәр бирәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ менән төрлө ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, экскурсияларға йөрөйбөҙ.Барыбыҙ ҙа "Шат тауыштар”,” Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөйбөҙ. Зилара Ғәлиулла ҡыҙы беҙҙе төрлө халыҡ йырҙары менән таныштыра, йырларға өйрәтә. Дилә Файзрахман ҡыҙы оригами,аппликациялар яһарға өйрәтә. Малайҙар көрәш түңәрәген үҙ итә.Ҡайһы бер уҡыусылар музыка мәктәбенә йөрөйҙәр.

 


Шуныһы бер ҡыҙыҡ: барыбыҙ ҙа күп беләбеҙ.Ә ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки беҙҙе аҡыллы, йомшаҡ, ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы уҡыта. Ул беҙгә ҡыҙыҡ итеп дәрестәр аңлата, күп нәмәгә өйрәтә. Беҙ уны яратабыҙ , ихтирам итәбеҙ.

Бына ниндәй беҙҙең класс!

 


Ғүмәрова Риана, Талбаҙы башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы.


Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.