» » » Беренсе класҡа барыусы ҡыҙға/Фәниә Чанышева

Баҫылды : 3-09-2013, 17:10 |
Рубрика: Байрамдар / 1 сентябрь
Просмотров: 816
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 9-2011
Рубрика: Байрамдар / 1 сентябрь
Исеме: Беренсе класҡа барыусы ҡыҙға
Автор: Фәниә Чанышева
Район:
Ауыл:
Рәссам: Артур Василов

Байрамдар / 1 сентябрь

Беренсе класҡа барыусы ҡыҙға/Фәниә Чанышева

Беренсе класҡа барыусы ҡыҙға/Фәниә Чанышева
Сәстәреңә ҡунған аҡ күбәләк,
Шатлыҡ осҡондары күҙеңдә;
Аҡ алъяпҡыс, аҡ сәскәләр менән
Күбәләккә оҡшаш үҙең дә.

Ашҡына ла, талпына ла бөгөн
Леп-леп типкән кескәй йөрәгең.
Оҙатаһың изгеләрҙән-изге
Сабыйлыҡтың һуңғы көндәрен.

Юйылмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалыр,
Мәктәптәге тәүге көнөңдән.
Яуырыныңа күрә йөгөң дә бар,
Һин яуаплы кеше бөгөндән!


Оло юлға һине оҙата бара,
Аҙым һайын йылы ҡараштар.
Илем мөхәббәтен бүләк итә,
Сәләм бирә гөлдәр, ағастар.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.