Белем көнө / Әлфис ҒАЯЗОВ
Сентябрҙең иң башындаСаҡыра белем көнө,
Ә унан һуң йыл буйына
Уҡыйбыҙ көнөн-төнөн.
Йыл буйына белем биреп,
Беҙҙең башты ваталар,
Ә ниңә ул бер генә көн
Улай тиеп атала?
Әллә инде был белемгә
Бары тик бер көн ҡалған?
Шуға күрә беренсе көн
Бына шулай аталған?
АРХИВ ЖУРНАЛОВ