» » » Йәрминкә

Баҫылды : 6-03-2014, 17:57 |
Рубрика: Журнал тураһында / Авторҙар
Просмотров: 688
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 01-2014
Рубрика: Журнал тураһында / Авторҙар
Исеме: Йәрминкә
Автор: Ғәлиә Ғәлиәскәрова
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Журнал тураһында / Авторҙар

Йәрминкә


Мәктәптә бөгөн йәрминкә,

Мәктәптә бөгөн — байрам.

Бөтәһе әйбер килтергән,

Әҙерләнгән дә алдан.

Зәлифә алъяпҡыс теккән,

Гүзәл сиккән ҡулъяулыҡ.

Сәлимә лә баҫып тора –

Ҡулына тотҡан яулыҡ.

Әсәйҙәр ҡоймаҡ бешергән,

Ҡайһылары — бәлештәр.

Кемуҙарҙан алыш-биреш

Китте бит бик шәп эштәр!

Гөр килеп торҙо йәрминкә,

Бик күп әйберҙәр һаттыҡ!

Ҡай берҙәрен бүләк иттек,

Ҡайһыларын алмаштыҡ.


Ғәлиә Ғәлиәскәрова.


Балалар!

Һүрәткә ҡарап йәрминкәлә нисә төрлө әйбер һатырға ҡуйылғанын иҫәпләгеҙ.

Әйберҙәргә үҙегеҙ хаҡ ҡуйып, уйнап ҡарағыҙ. Күпме аҡса йыя алырһығыҙ?!

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.