Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
  2. ҠАЛДЫ КҮЛЕ

    image
    ҠАЛДЫ КҮЛЕ
  3. Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа

    image
    Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
  4. Дуҫтар

    image
    Дуҫтар
  5. Ҡояшты кем ҡабыҙа?

    image
    Ҡояшты кем ҡабыҙа?
  6. Дуҫ йәнлектәр

    image
    Дуҫ йәнлектәр
Баҫылды : 3-09-2013, 16:19 | Категория: Байрамдар » 1 сентябрь

Просмотров 1258
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Байрамдар » 1 сентябрь
Исеме:Әлифба байрамы
Автор:Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Глеб ГОЛУБЕВ
Әлифба байрамы/Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Ҡатнашалар: уҡытыусы, уҡыусылар, иҫке Әлифбалар, яңы Әлифба.

Уҡытыусы. Балалар! Бөгөн беҙҙә Әлифба байрамы. Тылсымлы хәрефтәр илендә рәхәтме һеҙгә, йә, ни әйтерһегеҙ?

1-се уҡыусы.

Башланып китте уҡыуҙар

«А» тигән хәреф менән,

Атай-әсәйҙәр өйрәнгән

Тылсымлы «әлиф» менән.

2-се уҡыусы.

«Я» тигән һуңғы хәрефкә

Барып етербеҙ бер саҡ.

Бөтә серҙәрен һөйләргә

Асылды беҙгә китап.

Уҡытыусы.

Тырыш булығыҙ, уҡыуҙа

Тырышты һөйә белем.

Атай-әсәйҙәр шатланһын,

Ҡыуанһын Тыуған илең! (Р. Ниғмәти)

Уҡыусылар. Рәхмәт, тәүге уҡытыусыбыҙ!

Уҡытыусы. Рәхмәтте әлифбаны уйлап табыусыларға әйтер кәрәк. Кемдәр улар? Әйҙәгеҙ, әлифбаның иң-иң олоһон саҡырайыҡ! (Әлифба!, Әлифба! – тип ҡысҡыралар, тәүге әлифбаның тышлығын кейгән уҡыусы күренә).
1-се Әлифба. Һаумыһығыҙ! Көскә килеп еттем. Ни тиһәң дә миңә 120 йәш булды бит инде...

Уҡыусылар. Шулай бик олоһоңмо ни?

1-се Әлифба. Китап булып сыҡҡансы оҙон-оҙаҡ юл үткәнмен. Боронғо кешеләр үҙ-ара һөйләшеп аралашҡан, сөнки яҙыу өсөн хәрефтәр булмаған. Берәй ергә киткәндә өйҙәгеләр өсөн тире киҫәгенә, туҙға осло таш менән сыйып, һүрәт төшөргәндәр. Былай бик яйһыҙ булған. Унан яйлап һүрәттәрҙе фигуралы хәрефтәргә алмаштырғандар. Грек халҡы иң беренсе булып әлифба төҙөгән. Ә мин 1892 йылда Ырымбурҙа нәшер ителгәнмен. Авторым – В.В. Катаринский (уҡыусылар уны уратып йөрөп ҡарайҙар).

Ишек туҡылдаталар. Икенсе Әлифба күренә.

1-се Әлифба. Әйҙүк, түрҙән үт! Таныш булығыҙ – был кесе туғаным булыр. Уға 105 йәш була.

2-се Әлифба. Рәхмәт, уҡыусылар! Күптән байрамға саҡырғандары юҡ ине. Таныш булайыҡ: мине 1907 йылда, урыҫ ғалимы Ф.Г. Бессонов Ҡазанда башҡорттар өсөн баҫтырып сығарған (уҡыусылар уны ла ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар).

Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ түргә! Ҡунаҡтарҙың иң-иң ҡәҙерлеләре һеҙ!
1-се Әлифба. Өйрәтә һеҙҙе әлифба

Туған телде һөйөргә.

2-се Әлифба. Дуҫ һәм татыу йәшәргә.

Йырларға һәм бейергә.

Уҡытыусы. Ә ни эшләп беҙҙең яңы Әлифба һаман килмәй? (уҡыусылар яңынан «Әлифба!» тип ҡысҡыралар. Сәхнәгә ялтырап торған кейемле, сағыу төҫтәге хәҙерге китап сыға).

Әлифба. Компьютер алдында оҙаҡ ултырып байрамды онота яҙғанмын, ғәфү итегеҙ.

Уҡыусылар. Әлифбабыҙ, һиңә лә күстәнәстәребеҙ бар. (Уны алҡышлап, әлифбалар эргәһенә ултырталар).

1-се һәм 2-се әлифба. (Яңы әлифбаны тотоп-тотоп ҡарайҙар).

Их! Хәҙер һин ниндәй матурһың! Уҡыусылар бик ҡәҙерләйҙәрҙер инде.

Уҡытыусы. Тәүге әлифбалар булмаһа, яңыһы ла булмаҫ ине. Һеҙҙе беҙ бик яратабыҙ, тәбрикләйбеҙ!

1-се уҡыусы. «Әлифба!»,»Әлифба!» –

Минең тәүге китабым.

Һинән алған белем менән

Киләсәккә юл алам. (Гөлсәсәк Шәрипова)

2-се уҡыусы. Һеҙҙең алда һүҙ бирәбеҙ:

Тырыш булырға,

Ялғанланмаҫҡа,

Артта ҡалмаҫҡа,

«2» ле алмаҫҡа.

3-се уҡыусы. Уҡырбыҙ «5» кә,

Вәғәҙәне үтәрбеҙ,

Тыуған илкәйебеҙгә

Хеҙмәт итербеҙ.

Балалар ҡунаҡтарға шиғыр һөйләйҙәр, йомаҡтар ҡоялар, бейеп күрһәтәләр. Унан хушлашалар.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
Еңеү көнө / Айгөл Айытҡолова

Еңеү көнө / Айгөл Айытҡолова

Еңеү көнөн, тимен, юҡҡа ғына...
09-2011

09-2011

...
01-2013

01-2013

...
Комментарийҙар