» » » Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

Баҫылды : 17-02-2014, 17:50 |
Рубрика: Авторҙар / Әкиәттәр / Хайуандар илендә
Просмотров: 1 616
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 03-2012
Рубрика: Авторҙар / Әкиәттәр / Хайуандар илендә
Исеме: Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ
Автор: Гөлшат Әхмәтҡужина
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Авторҙар / Әкиәттәр / Хайуандар илендә

Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

 

 

— Ә минең аяҡтарым һигеҙ, үәт! — тип маҡтанды бер көн Һигеҙаяҡ диңгеҙҙәге йән эйәләре алдында. — Ә һинеке бөтөнләй юҡ бит әле, — тип кәмһетте ул Һөлөктө. — Ха-ха-ха!
Һигеҙаяҡ ары китте, ҡыуанысынан, маһайыуҙан һыуҙа әйләнеп-әйләнеп алды: уның кеүек һигеҙ аяҡлы берәү ҙә юҡ бит! Ул бер бөртөк кенә! Нисек шатланмаҫһың? Башҡаларҙан ни менәндер өҫтөн булыу ҡалай ҙа ҙур ғорурлыҡ бит әле ул, ә!
Шул ваҡыт бының ҡаршыһына Балыҡ дуҫы килеп сыҡты.

 

— Белгең килһә, — тине Балыҡ, тамағын ҡырыбыраҡ, үҙенә-үҙе ҡыйыулыҡ өҫтәп, — Минең ҡырҡ ике аяҡлы йән эйәһен күргәнем бар.
Һигеҙаяҡ бер аҙ аңшайып ҡарап торҙо дуҫына. Китсе, булмаҫ. Балыҡ шаярта ғыналыр.
— Ҡайҙа ул? Алдашаһың!
— Яр буйындағы таш аҫтында йәшәй.
— Киттек! Күрһәт...
Улар диңгеҙ ярына яҡын килделәр.
— Ана, күрәһеңме? Шул таш аҫтынан ул ҡояшта ҡыҙынырға сыға.
Оҙаҡ көттөрмәне Ҡырғаяҡ дуҫтарҙы, бихисап аяҡтарын ҡупшы ғына иттереп алмашлап баҫып, килеп тә сыҡты. Һай-һай, ҡарап тороуҙары бер кинәнес үҙенә! Ҡайһылай ҙа ваҡ-ваҡ атлап килә ул!
— Ә минең ҡаным зәңгәр... Минеке генә түгел инде. Үрмәксенең, йылға ҡыҫалаһының, саяндың да ҡаны зәңгәр... Беҙҙең ҡанда баҡыр бар, ти әсәйем, — тине Һигеҙаяҡ күңелһеҙ генә.Ҡаныбыҙ шуға зәңгәр икән. — тине Һигеҙаяҡ күңелһеҙ генә.

 


Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.
  • БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

    Тылсымлы һандыҡ

    БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

    Цитата

    Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

    Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.