» » » КӨНДӘЛЕК/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

Баҫылды : 17-02-2014, 17:42 |
Рубрика: 1 сентябрь / Әкиәттәр
Просмотров: 1 023
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2013
Рубрика: 1 сентябрь / Әкиәттәр
Исеме: КӨНДӘЛЕК
Автор: Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя Ҡәйүмова

1 сентябрь / Әкиәттәр

КӨНДӘЛЕК/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

 

`

Хикәйәт

 

 

Мөнир мәктәптән ҡайта ла урамға атыла. Әсәһенең :

— Улым, тамағыңа ашап ал, — тигән һүҙҙәрен ишетмәй ҙә. Иптәштәре менән туйғансы туп тибә. Арып, асығып ҡайтып керә. Дәрестәрен ҡарарға хәле лә булмай. Ятып йоҡлай.

Бөхтә, бишле менән тулы, ғорур көндәлек бер нәмә лә аңламай. Хужаһы көн һайын уны асып, дәрестәрен әҙерләй торғайны. Һоҡланып туя алмаҫ ине бишлеләргә.

Икелеләр өҫтәлгән һайын көндәлек ҡыҙарып бүртенә, асыуы килә. "Бер көндә мине бысратты, йыйған бишлеләрҙе юҡҡа сығарҙы”, — тиеп үпкәләй. Мөнир менән башҡа мәктәпкә йөрөмәҫкә була.

Ҡыңғырау тауышын ишеткәс, ауыр һулап, икеле менән тулған көндәлеген ҡулына ала уҡыусы. Шул ваҡыт, әсә теленән алған йәмһеҙ билдә күҙен ҡыҫа ла, телгә килә: "Ҡайғырма!  Юҡҡа башыңды ватма! Һәр саҡ шулай бул!” Шунан һикереп төшә лә уҡыусының елкәһенә үк менеп ултыра.

— Минең менән дуҫ булһаң, бер генә лә бошонмай, рәхәт йәшәрһең, — ти.

Ҡурҡышынан көндәлеге ҡулынан төшөп китә малайҙың. Сығырға тип ҡуҙғалһа, икелеләр сат йәбешә.

— Ялҡауҙарға ’’ярҙам ҡулы ‘’ һуҙабыҙ, ә улар шыңшып ултырған була, — тип үсекләйҙәр, уҫаллашып. — Юҡ инде, дуҫҡай, беҙҙән еңел генә ҡотола алмаҫһың.

Башын түбән эйеп, өнһөҙ ултырған малай көндәлеккә йәл булып китә. Ул булған асыуын онотоп, ярҙамға ашыға.

— Ебәрегеҙ уны, йәбешкәктәр! Иртәгә дәрестәр башланыу менән ҡотолор һеҙҙән, —тип ҡысҡырып ебәрә.

Ә икеленең һис кенә лә ебәргеһе килмәй малайҙы. Һәм үҙенә ярҙамға берле билдәһен саҡыра.

— Мин һиңә, икеле, булыша алмайым, көндәлек мине яратмай, таяғымды ла баҫтырмай, — тип яуаплай теге.

"Тағы нимә уйлап табырға? Нисек эләктерергә?” тип, баш вата яуызҡай.

—   Ярай, әтүһәң, көс һынашайыҡ. Бер көн эсендә ниндәй билдәне көндәлеккә күберәк ҡуйғандар, шул еңәсәк, — ти аптырап. Шунда уҡ: "Беҙ дүртәү”, — тип һөрән һала үҙе. "Бишле” бишәү булып сыға. Яҡшылыҡ билдәһе еңә. Ә көндәлек, шатлығынан:

—  Бар, эҙең дә булмаһын! —тип, ҡыуа икелене, ә теге һаман да нығыраҡ йәбешә, Мөнирҙән ярҙам һорай.

Үҙ хатаһын аңлай малай. "Башҡа бындай бәләгә тарымаясаҡмын”, — тип һүҙ бирә үҙ-үҙенә.

Мәктәптән ҡайта ла өйгә эштәрен әҙерләргә ултыра. Һуңынан уйнап та ала. Иртәгәһен һәр дәрестә ҡул күтәреп яуаплай.

Ә Көндәлек "бишле”ләрҙе тултыра ла, алсаҡ йылмайып, Мөнирҙең ҡулын ҡыҫа.

 

 

 


Рәссам Майя Ҡәйүмова

Аҡбуҙат, 4-2013

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.
  • БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

    Тылсымлы һандыҡ

    БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

    Цитата

    Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

    Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.