» » » 2011 йыл һандары

Баҫылды : 28-01-2014, 10:57 |
Рубрика: Журнал тураһында / Архив
Просмотров: 941
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 2011
Рубрика: Журнал тураһында / Архив
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Журнал тураһында / Архив

2011 йыл һандары

Просим Вас прислать письмо в редакцию akbuzat@ufanet.ru и мы Вам вышлем журнал в формате PDF.
Из-за загруженности сервера, к сожалению, нет возможности разместить все журналы здесь.
 

   
   
   
   
   Яратҡан баҫмабыҙҙың 5-се һаны баҫылып сыҡты. Май айында иң ҙур байрам – 9 май! Журналыбыҙҙың тәүге биттәрендә рәссам Глеб Голубев иң ҡәҙерле һуғыш ветеранын ейән-ейәнсәрҙәре ниндәй ғорурлыҡ менән ҡәҙер итеүҙәрен һүрәтләй һәм бөтә киләсәк быуынға уның сәләмдәрен Зөһрә Алтынбаеваның "Еңеү миҙалдары”, Миңлегөл Тайсинаның "Олатайым кәңәше” исемендәге башҡорт һәм урыҫ телендәге шиғырҙары аша еткерә.


2-3-сө биттәрҙә яҙ етеү һөйөнөсө дауам итә. Бөтә йәшеллек донъяһына йән өрөүсе "Орлоҡбай” исемле әкиәт тураһында уҡығыҙ. Уны Тамара Искәндәриә яҙған. Ә Гөлнур Яҡупова балаларҙы ерҙе биҙәгән төрлө күбәләктәр менән таныштыра.

Балаларҙың иң яратҡан "Бәпембә” битенә еттек. Журналды даими уҡып барған уҡыусыларыбыҙ журналда иғлан ителгән «Дуҫлыҡ”, "Йыһанға сәйәхәт” исемле конкурсҡа һүрәттәрен һәм шиғырҙарын яҙып та ебәргән. Кемдәр афарин икәнен үҙегеҙ уҡып белегеҙ.

Артабан ҡәҙерле ата-әсәләр, балаларығыҙға Гөлназ Ҡотоева яҙған "Аҡай батыр” тураһында уҡып ишетерегеҙ. Һәр бала халҡыбыҙҙың элекке быуат батырҙарын белеп үҫергә тейеш.

8-9-сы биттәрҙә Айнар Байбулатов балаларға "Иң ҡыҙыҡлы байрам” тураһында яҙа. Йәгеҙ әле, һүрәттәргә ҡарап ҡайһы милләт халҡының байрамдары төшөрөлгәнен әйтеп ҡарағыҙ.

Балалар, кәрәҙле телефондар ҡайҙан килеп сыҡҡан? Беләһегеҙме? Ҡыҙыҡһынһағыҙ Фәйрүзә Фәтҡуллина яҙған "Кәрәҙлекәй менән Ултыраҡбай” тигән әкиәтте уҡығыҙ.

Был һанда һеҙҙе тағы бер яңылыҡ менән таныштырмаҡсыбыҙ. Башҡортостан Республикаһы шашка федерацияһы рәйесе, шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстр Тамара Танһыҡҡужина балаларҙы ярты йыл буйы шашка иленә сәйәхәткә саҡыра. Шашка менән мауығыусылар, ярышҡа рәхим итегеҙ! Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары көтә. Кем белә, бәлки һеҙҙең арала ла донъя кимәлендә дан яулар чемпиондар барҙыр?!

Тиҙҙән йәйге ялдар башланасаҡ. Ял итергә ҡайһыларығыҙ ауылға йә ҡалаға йыйынаһығыҙҙыр. Ә бына Марат исемле малай ауылға умартасы олатаһы янына ҡайтасаҡ. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, умартасы Рафиҡ Ноғоманов ағайығыҙ һеҙҙе бал ҡорттары серҙәре һәм малай тураһында 12-13-сө биттәрҙә яҙа. Шунда уҡ мауыҡтырсыҡ мәсьәлене лә сисеп ҡарағыҙ.

Журналдың һуңғы биттәрендә "Мин уҡырға өйрәнәм” рубрикаһы, башватҡыстар, һүрәт менән хикәйә бирелә.

Ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, тағы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. "Аҡбуҙат” журналына ғына 22-се майға тиклем икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусыларға ташлама бар.

Индексы – 73866

Хаҡы – 122һум 82тин. Ашығығыҙ! Бер нисә генә көн ҡалды.

Ә һуңынан 132 һум 36 тин буласаҡ.
 

 
 08-2011  
 
 Республикабыҙҙа берҙән-бер кескәйҙәр өсөн башҡортса сыҡҡан "Аҡбуҙат”журналының 9-сы һаны ла донъя күрҙе.

Рәссам Ирина Әхмәҙуллина апайығыҙ журналдың тышлығын байрамса биҙәгән.

Йыл буйы көтөп алған каникулдар артта ҡалды. Хәҙер һеҙҙе тағы ла, ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, күңелле лә уҡыу йылы көтә. Барығыҙҙа йәй буйы көс туплап, дәртләнеп башлап ебәргәнегеҙҙер яңы уҡыу йылын, тип ышанабыҙ.

Байрам айҡанлы журналыбыҙҙың беренсе битен әҙибә өләсәйебеҙ – Фәниә Чанышева шиғырҙары аса. Әйткәндәй, сентябрь айында шағирә үҙенең 85 йәшен ҡаршылай.

Үҙе тик тормаҫ, тәртипһеҙ Айбикә исемле ҡыҙҙың нисек итеп аҡылға ултырғаны тураһында белгегеҙ килһә, Нәжиә Игеҙйәнова яҙған "Кемдең күлдәге матур” исемле хикәйәһен уҡығыҙ.

3-4 –се биттә нимә тиһегеҙме? Балаларҙың иң яратҡан "Бәпембә” рубрикаһы. Бында һеҙ, һәр ваҡыттағыса, тиҫтерҙәрегеҙ ижадын күрә алаһығыҙ.

Кескәйҙәр, "Дуҫ булайыҡ” конкурсы йыл аҙағынаса дауам итәсәк. Һеҙҙән тағы ла ҡыҙығыраҡ фотоһүрәттәр, хаттар көтөп ҡалабыҙ.

Дуҫтар, йомортҡа нисек тын ала? Кем белә? Әһә, уйға ҡалдығыҙмы? Был һорауға һеҙ Тәскирә Даянованың "Йомортҡа тын аламы?” хикәйәһен уҡып яуап бирә алырһығыҙ.

Артабанғы биттә Фәрзәнә Аҡбулатованың "Рәфҡәт һәм футбол тубы” хикәйәһен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Был юлы инглиз телен өйрәнергә теләүселәр уйын формаһында мәктәптә кәрәкле булған әйберҙәр шулай уҡ төрлө йәнлектәрҙең атамаһының тәржемәләре менән таныша ала.

Көҙ етеү менән бар донъя төрлө төҫкә инә. Әйтерһең дә, кемдер ҡуйы сағыу төҫтәргә буяп ҡуя урманды. Ни өсөн йәй буйы йәм-йәшел торған япраҡтар һары, ҡыҙыл төҫкә ингәнен белгегеҙ килһә Регина Шаһисолтанованың "Ниңә япраҡтар төрлө төҫтә?” әкиәтен уҡығыҙ. Майя Ҡәйүмова уға матур, йәнле һүрәт тә төшөргән.

Май айында шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина конкурс иғлан иткәйне. 9-сы һанда ла ошо конкурс дауам итә. "Сатраштар батшалығында” исемле мауыҡтырғыс әкиәт менән бергә балаларға мәсьәлә лә бирелә. Хат аша яуаптар көтәбеҙ.

"Аҡбуҙат”ыбыҙҙың киләһе битен Фаҡиһа Туғыҙбаеваның "Телдәр илендә Телдәр” исемле шиғыры дауам итә.

Күңелле арифметика яратыусыларға Ғариф Ғүмәрҙең шиғри мәсьәләләрен тәҡдим итәбеҙ.

Күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар, дуҫтарыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттә ҡалабыҙ!

"Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Азамат Ғарипов, Артур Василов, Салауат Ғиләзетдинов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора.

Ата-әсәйҙәр, кескәйҙәр иғтибарына тағы бер яңылыҡ! Киләһе ярты йыллыҡҡа подписка башланды! Ашығығыҙ! Ярты йылға яҙылыу хаҡы 133 һум 44 тин. Яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ! Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙҙе тағы ла бер яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, дәртегеҙ һүнмәһен, дарманығыҙ ғына етһен тигән теләктә ҡалабыҙ! Был йылды ла беҙҙең менән бергә үткәрерһегеҙ, тип ышанабыҙ. 
   
   
   







Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор