Сынығырға ваҡыт » Журнал

Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  3. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  4. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  5. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  6. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
Баҫылды : 15-01-2014, 14:01 | Категория: Ҡыш, Әкиәттәр, Хайуандар илендә, Ҡырағай йәнлектәр

Просмотров 913
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2013
Рубрика:Ҡыш, Әкиәттәр, Хайуандар илендә, Ҡырағай йәнлектәр
Исеме:Сынығырға ваҡыт
Автор:Гөлнара МОСТАФИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова


(әкиәт)


Айыухан менән Ҡуянҡай бик дуҫ. Гел бергә уйнайҙар.

Бына һыуыҡтар етте. Тышта өшөттөрә башланы. Әммә Ҡуянҡайҙың өйҙә ултырғыһы килмәне. Ул иртә менән Айыуханға китте.

— Әйҙә йүгереп киләйек, өшөмәҫбеҙ, — тине. Айыу балаһы:

— Һин үҙең генә йүгер, минең эшем бар, — тип яуапланы. Ә үҙе, Ҡуянҡай сығып китеү менән, юрған аҫтына сумды.

Ҡуян йүгереп килде, күнекмә яһаны. Ул хәҙер бөтөнләй өшөмәй. Төш еткәс йәнә айыуға килде:

— Әйҙә уйнарға, — тине. Айыухан ишектән башын ғына сығарып ҡараны ла:

— Минең эшем бөтмәне әле, үҙең генә уйна, — тине.

Ҡуянҡай сығып китте. Айыухан икмәккә ҡалын итеп бал һылап алды ла телевизор ҡарарға ултырҙы.

Кискә табан Ҡуянҡай йәнә килеп инде.

— Миңә тубырсыҡ йыйыш әле, — тине ул Айыуханға.

— Минең эшем бигерәк күп, бушамайым шул, — тине дуҫы. Ҡуянҡайға ярҙам итергә уйламаны ла. Үҙе шунда уҡ компьютерҙа уйнай башланы.

Ҡыш етте. Ҡуянҡай көн дә иртән йүгерҙе, кискә тиклем саф һауала уйнаны, сана шыуҙы. Ул шулай сыныҡты. Айыухан иһә төшкә тиклем йоҡланы, телевизор ҡараны, компьютерҙан торманы. Тамам көсһөҙгә әйләнде.

Бер көндө күп итеп ҡар яуҙы. Ҡуянҡай ишек алдын көрәне. Шунан Айыуханға килде.

— Әйҙә, ҡар көрәйек, мин һиңә ярҙам итәм, — тине ул дуҫына.

— Минең ваҡытым юҡ, иртәгә көрәрбеҙ, — тине айыу балаһы.

Икенсе көндө Айыухан ауырып китте. Тәмһеҙ дарыуҙар ашай-ашай дуҫының рәхәтләнеп сана шыуғанын тәҙрәнән генә ҡарап ултырҙы.

Ә Ҡуянҡай саф һауала йөрөгәс, бөтөнләй ауырымай. Рәхәтләнеп уйнай ҙа уйнай.

Ниһайәт, бер көн дуҫы һауығып тышҡа сыҡты! Ҡуянҡай менән йүгереп килде. Әҙерәк сана шыуып ҡараны. Шул тиклем шатланды! Тик, өйҙә генә ултырғас, ныҡ хәлһеҙләнгән. Шуға ла ул үҙенә һүҙ бирҙе: яҙ етеү менән сыныға башлаясаҡ! Ҡышын рәхәтләнеп сана шыуасаҡ!

 


(голосов:3)

Оҡшаш материал
Юнир САЛАУАТОВ / Һеперткелә осам

Юнир САЛАУАТОВ / Һеперткелә осам

Азамат Мәсекәй әбей тураһындағы әкиәт уҡып ултырҙы ла уйға...
Ҡышҡы күл/Зөбәйҙә Исламова

Ҡышҡы күл/Зөбәйҙә Исламова

Көндәр һалҡын торһа ла, күл өҫтө бала-саға менән тулы....
Комментарийҙар