» » » ҺАБРАУ ЙЫРАУ

Баҫылды : 4-11-2013, 10:37 |
Рубрика: Авторҙар / Арҙаҡлы шәхестәр
Просмотров: 1 245
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 10-2013
Рубрика: Авторҙар / Арҙаҡлы шәхестәр
Исеме: Һабрау йырау
Автор: Мирас Иҙелбаев
Район:
Ауыл:
Рәссам: Салауат ҒИЛӘЗЕТДИНОВ

Авторҙар / Арҙаҡлы шәхестәр

ҺАБРАУ ЙЫРАУ

ҺАБРАУ ЙЫРАУ

Элек телевизор ҙа, Интернет та, хатта гәзит-китаптар ҙа булмағанда, башҡорттар яңылыҡтарҙы ҡайҙан белгән икән?
Әлбиттә, сәсәндәр, йыраусылар, ҡурайсылар, һынсылар, баҡсыларҙан! Халыҡ уларҙы бик ныҡ яратҡан, ҙурлаған.
Сәсәндәребеҙ хаҡында билдәле ғалим, профессор Мирас Хәмхә улы Иҙелбаев ағайығыҙ һеҙгә һандан-һанға һөйләй барыр.


Бер көн Батыр өләсәһенә:
— Миңә ярҙам ит әле, зинһар! – тип өндәште. — Өйгә эшкә Башҡортостан тураһында ҡобайыр ятлап килергә ҡуштылар. Уҡытыусы апайға, иң боронғо сәсәндең ҡобайырын һөйләйем, тинем.
— Иң бороңғоһо, иң оҙаҡ йәшәгәне — меңйәшәр Һабрау йырау инде ул! Уны йыраҡ-йыраҡ илдәрҙә лә танығандар. Нуғайҙар уны Сыбыра йырау, Ҡырымдағы татарҙар — Сыпара-жырау, ҡараҡалпаҡтар Соппсылы Сыпра жырау тип йөрөткән.
— Ә нимә тураһында яҙған ул?
— Яҙмаған, ә яттан һөйләр булған. Элек бит ҡобайырҙарҙы, хикәйәттәрҙе йырлап ишеттергәндәр. Һабрау йырау халыҡҡа, батшаларға аҡыл биргән, тыуған илде маҡтаған, уны яҡларға ҡушҡан. Бына, тыңла әле, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ошолай тиелә.
Сыңғыр-сыңғыр сыңраған
Йылҡыһы күп Урал тау,
Мөңөр-мөңөр мөңрәгән
Һыйыры күп Урал тау;
Кәкере ҡойроҡ, йылтыр күҙ
Бүреһе күп Урал тау,
Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ
Ҡуяны күп Урал тау;
Майлап ҡуйған ҡамыштай
Йыланы күп Урал тау,
Алпан-толпан атлаған
Айыуы күп Урал тау,
Ҡыҙ балалай биҙәнгән
Төлкөһө күп Урал тау,
Ояларға урыны мул
Ҡоштары күп Урал тау…
— Өләсәй, ә мин был ҡобайырҙы ишеткәнем бар бит.
— Барҙыр, барҙыр. Ул халыҡта киң таралған. Данлыҡлы Һабрау сығарған уны.
Өләсәһе, уйланып ҡына былай тип тә өҫтәне:
— Һәр яҡшы эште кемдер башлай. Исеме онотолһа ла, изге эше халыҡ хәтерендә ҡала.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор