» » » КӨНДӘЛЕК/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

Баҫылды : 28-10-2013, 12:14 |
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Просмотров: 657
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2013
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме: КӨНДӘЛЕК
Автор: Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя Ҡәйүмова

Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

КӨНДӘЛЕК/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

КӨНДӘЛЕК/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

Хикәйәт

Мөнир мәктәптән ҡайта ла урамға атыла. Әсәһенең :
— Улым, тамағыңа ашап ал, — тигән һүҙҙәрен ишетмәй ҙә. Иптәштәре менән туйғансы туп тибә. Арып, асығып ҡайтып керә. Дәрестәрен ҡарарға хәле лә булмай. Ятып йоҡлай.
КӨНДӘЛЕК/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Бөхтә, бишле менән тулы, ғорур көндәлек бер нәмә лә аңламай. Хужаһы көн һайын уны асып, дәрестәрен әҙерләй торғайны. Һоҡланып туя алмаҫ ине бишлеләргә.
Иртә тороп, малай мәктәпкә ашыға. Уҡытыусы өйгә эштәрҙе тикшереп ҡарап сыға. Туп тибеүсенең дә тырышлығын “ҡойороҡло биш” менән билдәләй. Һәр дәрестә ҡабатлана был хәл.
Икелеләр өҫтәлгән һайын көндәлек ҡыҙарып бүртенә, асыуы килә. “Бер көндә мине бысратты, йыйған бишлеләрҙе юҡҡа сығарҙы”, — тиеп үпкәләй. Мөнир менән башҡа мәктәпкә йөрөмәҫкә була.
Ҡыңғырау тауышын ишеткәс, ауыр һулап, икеле менән тулған көндәлеген ҡулына ала уҡыусы. Шул ваҡыт, әсә теленән алған йәмһеҙ билдә күҙен ҡыҫа ла, телгә килә: “Ҡайғырма! Юҡҡа башыңды ватма! Һәр саҡ шулай бул!” Шунан һикереп төшә лә уҡыусының елкәһенә үк менеп ултыра.
— Минең менән дуҫ булһаң, бер генә лә бошонмай, рәхәт йәшәрһең, — ти.
Ҡурҡышынан көндәлеге ҡулынан төшөп китә малайҙың. Сығырға тип ҡуҙғалһа, икелеләр сат йәбешә.
— Ялҡауҙарға ’’ярҙам ҡулы ‘’ һуҙабыҙ, ә улар шыңшып ултырған була, — тип үсекләйҙәр, уҫаллашып. — Юҡ инде, дуҫҡай, беҙҙән еңел генә ҡотола алмаҫһың.
Башын түбән эйеп, өнһөҙ ултырған малай көндәлеккә йәл булып китә. Ул булған асыуын онотоп, ярҙамға ашыға.
— Ебәрегеҙ уны, йәбешкәктәр! Иртәгә дәрестәр башланыу менән ҡотолор һеҙҙән, —тип ҡысҡырып ебәрә.
Ә икеленең һис кенә лә ебәргеһе килмәй малайҙы. Һәм үҙенә ярҙамға берле билдәһен саҡыра.
— Мин һиңә, икеле, булыша алмайым, көндәлек мине яратмай, таяғымды ла баҫтырмай, — тип яуаплай теге.
“Тағы нимә уйлап табырға? Нисек эләктерергә?” тип, баш вата яуызҡай.
— Ярай, әтүһәң, көс һынашайыҡ. Бер көн эсендә ниндәй билдәне көндәлеккә күберәк ҡуйғандар, шул еңәсәк, — ти аптырап. Шунда уҡ: “Беҙ дүртәү”, — тип һөрән һала үҙе. “Бишле” бишәү булып сыға. Яҡшылыҡ билдәһе еңә. Ә көндәлек, шатлығынан:
— Бар, эҙең дә булмаһын! —тип, ҡыуа икелене, ә теге һаман да нығыраҡ йәбешә, Мөнирҙән ярҙам һорай.
КӨНДӘЛЕК/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

Үҙ хатаһын аңлай малай. “Башҡа бындай бәләгә тарымаясаҡмын”, — тип һүҙ бирә үҙ-үҙенә.
Мәктәптән ҡайта ла өйгә эштәрен әҙерләргә ултыра. Һуңынан уйнап та ала. Иртәгәһен һәр дәрестә ҡул күтәреп яуаплай.
КӨНДӘЛЕК/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

Ә Көндәлек “бишле”ләрҙе тултыра ла, алсаҡ йылмайып, Мөнирҙең ҡулын ҡыҫа.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор