Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
  2. ҠАЛДЫ КҮЛЕ

    image
    ҠАЛДЫ КҮЛЕ
  3. Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа

    image
    Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
  4. Дуҫтар

    image
    Дуҫтар
  5. Ҡояшты кем ҡабыҙа?

    image
    Ҡояшты кем ҡабыҙа?
  6. Дуҫ йәнлектәр

    image
    Дуҫ йәнлектәр
Баҫылды : 11-10-2013, 19:03 | Категория: Йыл миҙгелдәре » Яҙ

Просмотров 592
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Йыл миҙгелдәре » Яҙ
Исеме:Яҙ йәме
Автор:Сафуан ӘЛИБАЙ
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Тамсы уятҡас, тәүге гөрләүектәр
Сылтырашып юлға сыҡтылар;
Киләсәген уйлап, ала ҡарға
Тубырсығын ҡоя шыршылар.


Бөтөрөлөп йөрөй, ҡаурый ҡабып,
Сәпсектәр ҙә ҡыйыҡ-түбәлә;
Ҡанаттарын яҙа, көнгә бағып,
Боҙға ҡуша туңған күбәләк.
Йылғала һыу боҙ-ҡабығын сиртә,
Морон төртөп сығыр бәпкәләй;
Егет һәм ҡыҙ һуңғы ҡар өҫтөнә
Исемдәрен һыҙа иркәләп.
Оҙон-оҙон ҡышҡы кистәрҙән һуң
Бик көттөрөп кенә ҡайта яҙ.
Бейер сағын һағынып көтөп йөрөй
Һыу буйында яңғыҙ ата ҡаҙ.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Ҡоштар китә / Лилиә Һаҡмар

Ҡоштар китә / Лилиә Һаҡмар

Китә ҡоштар йылы яҡҡа. Зәңгәр күктә шул ҡоштарҙан Оҙон...
Тамсы йыры\Әнисә ТАҺИРОВА

Тамсы йыры\Әнисә ТАҺИРОВА

Тып – тып, Мин – тамсы, Һин миңә ҡарап ҡалсы....
Аквариум/Ринат Сөләймәнов

Аквариум/Ринат Сөләймәнов

Алда булғас ҙур теләк,...
Гөлфиә ЮНЫСОВА

Гөлфиә ЮНЫСОВА

Ҡара ҡаурый сыйырсыҡ,...
Комментарийҙар