» » » Сыйырсыҡ/Ғабдулла Амантай

Баҫылды : 3-09-2013, 14:46 |
Рубрика: Хайуандар илендә / Ҡоштар
Просмотров: 1 023
"Аҡбуҙат"та баҫылған: , йыл
Рубрика: Хайуандар илендә / Ҡоштар
Исеме: Сыйырсыҡ
Автор: Ғабдулла Амантай
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Хайуандар илендә / Ҡоштар

Сыйырсыҡ/Ғабдулла Амантай

 Сыйырсыҡ/Ғабдулла Амантай

Әһем-әһем әһемсек,
Ҡайтып етте сыйырсыҡ.
Матур итеп өҙөлөп һайрай,
Ваһап, тиҙерәк йүгереп сыҡ!

Ҡыйыҡҡайын ҡыйғаслап,
Яһап ҡуйҙым оясыҡ.
Сыйырсығым, матурсығым,
Ҡунаҡ булып инеп сыҡ.

Матур көндәр булғанда,
Беҙ сығырбыҙ ҡырҙарға,
Мин йөрөрмөн утарға,
Һин күбәләк тоторға.

Сыйыр-сыйыр сыйырсыҡ
Сиҙәм араларында.
Сырлай-йырлай емдәр йыя
Сибәр балаларына.

Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Бик аҡыллы дуҫсығым,
Беҙгә ярҙам итеп, ул
Сүпләй баҡса ҡортсоғон.

Сыйыр-сыйыр сыйырсыҡ,
Һиңә ҡуйҙым оясыҡ,
Сыйырсығым-матурсығым,
Ҡунаҡ булып тороп сыҡ.

1933
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.