» » » Бесәй менән турғай/Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Баҫылды : 1-01-2013, 09:56 |
Рубрика: Ҡоштар / Йорт хайуандары
Просмотров: 1 124
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 01-2013
Рубрика: Ҡоштар / Йорт хайуандары
Исеме: Бесәй менән турғай
Автор: Тамара Искәндәриә
Район:
Ауыл:
Рәссам: Глеб Голубев

Ҡоштар / Йорт хайуандары

Бесәй менән турғай/Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

 Бесәй менән турғай/Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Балконда бесәй тора,
Мыйығын майлап бора:
“Берәй турғай ҡунмаҫмы,
Миңә ризыҡ булмаҫмы?”

Турғайҙар ҙа хәйләкәр,
Етеҙ килеп ҡуналар.
Ҡунмаҫ ине, һыуыҡта
Улар бик-бик туңалар.

Балкон ситенә ҡунып,
Күҙләйҙәр емеш-еләк.
Ҡурҡыуҙарын еңәләр,
Ҡурҡыуҙан көслө теләк.

Өләсәй ҡышҡылыҡҡа
Баулап элгән бит балан.
Бесәй күҙәтә ҡошто,
Ҡаранып алан-йолан…

“Тоттом, — тиеп, — ҡошсоҡто!”
Ырғыны ул ҡабалан…
Турғай "фыр" осто-китте,
Суҡышында — ал балан.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.