» » Донъя шундай матур

Баҫылды : 1-06-2012, 16:00 |
Рубрика: Яңылыҡтар
Просмотров: 984
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 06-2012
Рубрика: Яңылыҡтар
Исеме:
Автор: Тамара Искәндәриә
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Яңылыҡтар

Донъя шундай матур

— Итәгемә ник йәбештең, Илгәҙәк?
Донъя шундай матур

— Йәбешмәһәм, буламмы мин Дегәнәк?

Был юлдар Фәүзиә Рәхимғолова шиғырынан. Ул ғүмерен балаларға арнаған шиғирә. Донъяны һин дә шулай үҙеңсә, йәнле итеп күрәһеңме? Улайһа, кескәй дуҫ, шиғыр яҙып ҡара. Нимә тураһында? Ҡоштар һайрауы, күбәләк осоуы, йәйге сәйәхәттәр, тыуған Башҡортостан хаҡында. Нимә күрәһең, шуны тот та шиғыр итеп яҙ! Бөтәһелә лайыҡлы һинең шиғри ҡәләмеңә. Донъя шундай матур! Донъя — шиғриәтле.

Беҙ журналда Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге конкурс иғлан итәбеҙ. Шиғыр бәйгеһе "Алтын бишек", "Изгелек", "Хыял" тигән номинацияларҙа барасаҡ.

Ҡатнашыусылар 6-9 йәшлек, 10-12 йәшлек һәм 13-16 йәшлек төркөмдәргә бүленә. (ентекләберәк — сайтта www/akbuzatrb-ufa.ru)

Киләһе йылда, конкурсҡа йомғаҡ яһап, китап сығарасаҡбыҙ. Ә бәйгелә еңеүселәргә төрлө бүләктәр ҡаралған. Иң һәләтле бала Гран-при — Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге приз аласаҡ.

Шиғырҙар көтәбеҙ!

Тамара Искәндәриә,

баш мөхәррир.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.