» » » Апуш / Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Баҫылды : 16-09-2013, 19:43 |
Рубрика: Туған тел / Исемдәр/Имена
Просмотров: 1 009
"Аҡбуҙат"та баҫылған: , йыл
Рубрика: Туған тел / Исемдәр/Имена
Исеме: Апуш
Автор: Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Туған тел / Исемдәр/Имена

Апуш / Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Апуштың теше һыҙлай,

Малай илай ҙа илай.

Дуҫын йыуатайым тип

Эте битенән ялай.

Атаһы болдорға сығып:

- Улым, Абдулла, — тине, —

Егеткә илау килешмәй,

Бик оят була, — тине. —

Әйҙә, улым, атҡа менеп,

Беҙ яланға барайыҡ,

Сабынлыҡты ҡарайыҡ,

Бесәнен дә сабайыҡ.

Әсәһе саҡыра: — Улым,

Беҙ табибҡа барайыҡ,

Тешеңде лә һурҙырайыҡ,

Булмаһа, дауалайыҡ.

- Теш һыҙламай ҙа әле, — тип,

Йүгәнләп алып атты,

Атаһы менән тиҙерәк

Апуш яланға сапты.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.