Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 16-09-2013, 19:20 | Категория: Яңы йыл, Ҡыш

Просмотров 956
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Яңы йыл, Ҡыш
Исеме:Яңы йыл төнө
Автор:Юлиә Әхмәтйәнова
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Тағы бер йыл үҙ ҡапҡаһын япты,

Үткәндәрҙә ҡалды барыһы.

Сәғәт теле ун икене һуға,

Ергә тыуа йылдың яңыһы.

Нурға, моңға сорналғандай донъя,

Яңы йылдың гүзәл төнөндә.

Кескәй генә сер-мөғжизә көтөп,

Һәр беребеҙ ихлас һөйөнә…

Өр-яңы йыл үҙе менән бергә

Алып килһен бөтмәҫ шатлыҡтар.

Байрам төнөн тағы күркәмләтеп,

Бәхет булып яуһын йондоҙ-ҡар.

Изге теләк, саф хыялдар менән

Яңы йылды ҡаршы алайыҡ.

Киләсәктә еңеүҙәргә илтер

Һуҡмаҡтарға юлдар ярайыҡ.



Юлиә Әхмәтйәнова, 83-43-сө төркөм
Тулҡын, 2010 йыл, декабрь, №10 (28)
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының әҙәби-мәҙәни гәзите
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Юлиә / Мөнир Ишбулатов

Юлиә / Мөнир Ишбулатов

Бик егәрле ҡыҙ Юлиә,...
02-2013

02-2013

“Аҡбуҙат” журналының 2-се һанына күҙәтеү...
Тәбиғәт йоҡлай

Тәбиғәт йоҡлай

Тынып ҡалды болон-ҡырҙар,...
БАШҠОРТ ТЕЛЕ/Зәйнәб Биишева

БАШҠОРТ ТЕЛЕ/Зәйнәб Биишева

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал...
Комментарийҙар