Яңы йыл / Ҡыш / Йырҙар / Йыл миҙгелдәре
Матур шыршыҡай

Ләйсән ХИСМӘТУЛЛИНА шиғыры һәм көйө
Ҡышҡы байрамда ҡәҙерле ҡунаҡ
Матур биҙәлгән йәшел шыршыҡай.
Беҙҙә ҡунаҡта матур шыршыҡай
Йәм булып тора беҙҙең байрамда.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар,
Шыршы тирәләп.
Йырҙар йырлайыҡ
Уға бағышлап.
Ҡушымта:
Беҙҙә ҡунаҡта
Матур шыршыҡай.
Йәм булып тора
Беҙҙең байрамда.
Яҙ һәм йәй көнө
Гел йәшел төҫтә.
Биг(е)рәк матур ул
Ҡышҡы көнөндә.
Ҡушымта шул уҡ.
АРХИВ ЖУРНАЛОВ