» » » Хуш киләһең, Яңы йыл!/Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА

Баҫылды : 16-09-2013, 17:55 |
Рубрика: Яңы йыл / Ҡыш
Просмотров: 1 641
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 11-2012
Рубрика: Яңы йыл / Ҡыш
Исеме: Хуш киләһең, Яңы йыл!
Автор: Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя ЗЫЯИ

Яңы йыл / Ҡыш

Хуш киләһең, Яңы йыл!/Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА

Хуш киләһең, Яңы йыл!/Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА


Ҡатнашалар: Алып барыусы, Аждаһа, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, балалар, Йыланбикә, Яңы йыл.

Байрамса биҙәлгән шыршы янында балалар йыйылған. Аждаһа инә.

Аждаһа. Һаумыһығыҙ, балалар! (Балалар уны ла сәләмләйҙәр.)

Көндәрем бөтөп бара,

Иҫке йыл үтеп бара. (Күңелһеҙләнә, күҙҙәренән йәштәр күренә.)

Алып барыусы балалар менән бергә.

Аждаһа, Аждаһа,

Илай дәү булһа ла (шаярталар).

Унан әүерәтеп:

Иҫке йыл китһә,

Яңы йыл килер.

Аждаһа. Был шатлыҡ күҙ йәштәре. Һеҙҙең менән миңә бик күңелле ине. Минең турала бик күп әкиәттәр яҙҙығыҙ, һүрәттәр төшөрҙөгөҙ. Ә хәҙер хушлашыу ваҡыты етте.

Балалар. Эйе, йылың бик матур үтте. Йәй эҫе булды. Туйғансы ҡыҙындыҡ, һыу индек. Рәхмәт һиңә, ун ике йылдан тағы килерһең.

Аждаһа. Бойомға ашһын хыялдарығыҙ,

Уҡыуҙарығыҙ уң булһын (сыға).

Алып барыусы. Хушлашыуы күңелһеҙ, әммә яңы йыл яҡынлашып килә. Йыр-моң ишетелмәһә,Ҡыш бабай ҙа, Ҡарһылыу ҙа, Йыланбикә лә килмәҫтәр бит. Әйҙәгеҙ, йырлап алайыҡ. («Ҡыш бабай» йыры. Ҡ. Даян һүҙҙәре, А. Хәсәншин музыкаһы.) Йырҙы ишетеп Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай. Һай, рәхмәт, балалар! Үҙем тураһында йыр ишеткәс, килеп тә еттем.

Алып барыусы. Балалар, тағы ниндәй йыр беләбеҙ әле? («Шыршы матур» йыры яңғырай.)

Шыршы матур, шыршы матур,

Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел.

Энәләрен ҡоймай бер ҙә,

Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.

Шыршы матур биҙәкләнһә,

Ҡыш бабай ҙа ярата.

«Ҡотло булһын Яңы йыл», – тип

Беҙгә бүләк тарата.

Ҡыш бабай. Ах, бүләктәрем Ҡарһылыуҙа. Ул ҡайҙа икән?

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, бергәләп саҡырайыҡ.

Ҡарһылыуҙы көтә-көтә,

Әҙерләндек байрамға.

Ҡыш бабайҙың бүләген тейәп,

Килеп етер байрамға. (М. Хисамова.)

Ҡарһылыу бүләктәр тейәлгән сана менән инә.

Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ! Йырығыҙҙы ишетеп киләм. Рәхмәт һеҙгә! Тик:

Ҡыш бабай бүләген,

Булмай уны өләшеп.

Йыр йырлап, шиғыр һөйләп,

Алалар тик ярышып.

Алып барыусы. Йә, балалар, һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле?!

(Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һөнәрмәндәргә бүләк тарата.)

Ҡыш бабай. Ә ҡайҙа Яңы йыл менән йыл хужаһы буласаҡ Йыланбикә?

Ҡарһылыу. Йыланбикә минең турала маҡтап йыр ҙа, шиғыр ҙа юҡ, тип үпкәләп ултыра. Ул килмәйенсә Яңы йыл да килмәйәсәк.

Алып барыусы. Ә күпме хикәйәттәр, әкиәттәр бар, шулаймы балалар?

Балалар «Эйе!» тип ҡысҡыралар. Унан сәпәкәйләп:

Йыланбикә, һылыубикә,

Һин бит йылға хужабикә!

Иң аҡыллы, сос, зирәк,

Һин беҙгә бик-бик кәрәк.

Башына ялтыр таж, йәшел күлдәк кейгән Йыланбикә менән Яңы йыл инәләр.

Һеҙҙең саҡырыуҙы ишетеп,

Ашҡынып килеп еттек.

Бәхет, шатлыҡтар тейәп,

Тырышлыҡ алып килдек!

Балалар.

Хуш киләһегеҙ, Яңы йыл, Йыланбикә,

Әйҙә үтегеҙ түргә.

Әйлән-бәйлән уйнайыҡ та,

Йырҙар йырлайыҡ бергә! (М.Хисамова.)

Бөтәһе бергә түңәрәккә тороп бейеү, йыр башҡаралар.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор