» » » Ҡуян менән Ҡыш бабай

Баҫылды : 13-01-2019, 21:55 |
Рубрика: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Просмотров: 78
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 01-2019
Рубрика: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме: Ҡуян менән Ҡыш бабай
Автор: Ғәҙилә Бүләкова
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Ҡуян менән Ҡыш бабай

Был видеояҙмаларҙағы малай - беҙҙең уланыбыҙ, йәғни Айҙар ҡустымдың ейәне Батыр Рәхмәтуллин була. 3 йәш тә 4 айлыҡ Батыр әлеге ваҡытта ата - әсәһе һәм йәш ярымлыҡ Ҡадир ҡустыһы менән Ульяновск ҡалаһында йәшәп ята. Бәләкәй генә булһа ла, бик күпте белә ул:бөтә хәрефтәрҙе лә таный, тиҫтә эсендә ҡушыу, алыу ғәмәлдәрен белә, шиғырҙар, әкиәттәр һөйләргә ярата. Шулай ҙа уға иң оҡшағаны - әсәһе "Аҡбуҙат" журналынан уҡыған әкиәттәрҙе тыңлау һәм... әмәс имеү. Хатта ҡустыһын:"Минең әмәсте имеп ҡуйма!" - тип, иҫкәртеп ҡуйырға ла онотмай ул. Әйткәндәй, Батыр үҙен киң билдәле әкиәт геройының исеме менән "Йомро икмәк" тип, ә ҡустыһын "Буханка" тип атай. Тәүге видеояҙмала Батыр йәш ярымлыҡ сағында үҙенең Баймаҡтан булыуы менән ғорурланһа, икенсеһендә быйылғы Яңы йыл байрамында "Ҡуян менән Ҡыш бабай" шиғырын һөйләй.

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.