» » » Ҡар бабай

Баҫылды : 2-01-2019, 14:06 |
Рубрика: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Просмотров: 19
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 12-2018
Рубрика: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме: Ҡар бабай
Автор: Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя ЗЫЯИ

Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Ҡар бабай

Ҡар бабай

Ҡар бабай/Миңлегөл ТАЙСИНА

Мин өйҙә генә ултырам...
Тышта яуа епшек ҡар.
Урамда апайҙарымдың
Икәүләшеп, гөр килешкән
Ҡыҙыҡлы шөғөлө бар.
Кемуҙарҙан, ҡар туптарын
Тәгәрәткән булалар.
Рәхәтләнеп көрт кисергә,
Ҡарҙы әүәләп уйнарға
Ярата шул балалар.
Ҡар бабай яһап, апайҙар
Өй алдына ҡуйҙылар.
Кишер-танауҙы төрттөләр,
Буяу менән ауыҙ, күҙен,
Ҡаштарын да уйҙылар.
Зәңгәр бәләкәс биҙрәмде
Кәпәс иттеләр уға.
Сыбыҡтан ҡулдар яһағас,
Апайҙарым, сәпәкәйләп,
Һикерештеләр шуға.
Ауыҙ йырып ҡарап тора...
Ҡар бабай алсаҡ икән!
Әсәй менән тышҡа сыҡҡас,
Уйнарға дуҫ булды, тиеп,
Миңә ҡыуана микән?!

Рәссам Майя ЗЫЯИ
12-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.