» » » Һыҙламаһын тештәрең

Баҫылды : 1-11-2018, 15:58 |
Рубрика: Өфитәр кәңәштәре / Минең ғаиләм
Просмотров: 117
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 11-2018
Рубрика: Өфитәр кәңәштәре / Минең ғаиләм
Исеме: Һыҙламаһын тештәрең
Автор: Миңлегөл Нәзирова
Район:
Ауыл:
Рәссам: Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Өфитәр кәңәштәре / Минең ғаиләм

Һыҙламаһын тештәрең

Һыҙламаһын тештәрең

Һыҙламаһын тештәрең/Миңлегөл Нәзирова

Борон заманда түгел, әлеге ваҡытта йәшәй икән, ти, тештәр. Тештәрҙең, бәшмәктәр кеүек, үҙенән-үҙе үҫеп ултырғанын күргәнегеҙ бармы?! Юҡтыр шул... Сөнки улар бит тик ауыҙ эсендә генә үҫә. Бына шундай тештәр биш йәшлек Гүзәлдең дә ауыҙында йәшәй, ти. Иң беренсе бик аҙ ғына булһалар, тора-бара уларҙың һаны күбәйеп китә, яңылары үҫеп тора, ти. Тештәр бик татыу, күңелле ғаилә булып көн итә. Гүзәл ҙурайып үҫһә, тештәр үҙҙәренең теп-теүәл утыҙ ике булырын да белә. Тик ул ваҡытҡа тиклем йыраҡ әле... Гүзәлгә дүрт йәш кенә булғас, тештәре лә әле һөт тештәре.
Әсәһе Гүзәлгә һөт тештәре билдәле бер ваҡытҡа тиклем генә булыуын, аҙаҡ улар төшөүен һөйләгәне бар ине. Һөт тештәрен аҙаҡ ныҡлы матур аҡ тештәр алмаштыра, ти әсәһе.  
Шуға күрә лә тештәрҙе таҙартып торорға ҡушалар өйҙә.
– Ниңә уларҙы таҙартырға, барыбер ҡойолоп бөтәләр бит, – тип аптырай бәләкәй Гүзәл.
– Матурҙары үҫкәс, таҙартып торормон әле, – тип йыуата  үҙен аҙаҡ.
– Кәнфитте күп ашама, тештәрең һыҙлар, – ти әсәһе.
– Нисек инде шундай тәмле, ялтыр, ҡыштырлап торған күлдәкле тәмлекәстәрҙе ашамаҫҡа? – тип ҡайғыра Гүзәл. Өйҙә шәкәрҙе күп ашарға рөхсәт итмәйҙәр шул. Ә ауылға ҡунаҡҡа барһаң, өләсәй менән олатай улай әрләшмәй...
Шулай итеп, Гүзәл тештәрен дә таҙартмаған, кәнфитте лә мул итеп ашаған, ти. Тик бәләкәс кенә тештәргә былай көн итеүе, йыуынмай, таҙарынмай йөрөүе оҡшамаған.
Бер көн иртән :
– Әсәй, тештәрем ауырта, – тип илап уянып китте Гүзәл.
Әсәһе ҡыҙын тиҙ генә кейендереп, теш табибына алып китте. Стоматолог тип яҙылған ишектән ингәс тә, уларҙы бер ағай  йылмайып ҡаршы алды. Дарыуҙар менән аңҡып торған бүлмәләге ҙур ултырғысҡа ултырттылар.
– Ауыҙыңды ас әле, Гүзәл! – тине табип ағай. – Ҡайһылай яман еҫ килә, әллә тештәреңде таҙартмай йөрөйһөңмө?
Етмәһә, тешең дә ауырыу, кариеслы.
– Ә ниңә таҙартырға, барыбер төшөп бөтәләр... – тип ҡабатланы ҡыҙыҡай, әсәһенә әйткән кеүек.
Табип йылмайҙы ла:
– Һөт тештәрен дә таҙартып торорға кәрәк шул! Юғиһә, ныҡлы тештәрең үҫеп сыҡҡансы, былары йәшәй алмаясаҡ. Һыҙлап, һине йонсотоп бөтәсәктәр, ҡойолоп төшәсәктәр, – тине. – Ауыҙыңда бер тешең дә ҡалмаһа, кәнфит түгел, икмәк тә ашай алмаҫһың...
Табип ағай, соҡорланып киткән еренә дарыу һалып, ҡыҙыҡайҙың тешен дауалап та ҡуйҙы. Ҡайһы бер тештәрен, серемәһен, тип, хатта көмөшләп, буяп сыҡты.
– Теш пастаһы һәм щеткаһы менән дә дуҫлашырһың, йәме, – тине табип уларҙы оҙатҡанда.
Тештәрен таҙартып, кисен йоҡларға ятҡас, Гүзәл төш күрҙе. Бер фәрештә, ҡанаттарын елпеп, уның карауаты янында осоп йөрөй икән. Ҡыҙыҡайҙың тештәре таҙамы, юҡмы, тикшерергә килгәндер инде...


1. Һөт тештәре балаға 5-6 айҙа үҫә башлай.
2. 3 йәштә баланың барлығы 20 бөртөк һөт теше була.
3. Һөт тештәрен 5-6 йәштә ныҡлы яңы тештәр алмаштыра башлай.
Өфө ҡалаһының 2-се стоматология дауаханаһында эшләүсе теш табибы Азат Ғариф улы Тайсиндан балаларға бер нисә кәңәш:
1. Тештәрҙе иртәле-кисле таҙартып торорға; 
2. Теш щеткаһын 2 айға бер алмаштырырға;
3. 3 айға бер тапҡыр теш табибына барып, тештәрҙе тикшертергә кәрәк.

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
11-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.