» » » Пластилин айыу

Баҫылды : 1-11-2018, 15:24 |
Рубрика: Минең ғаиләм / Тәржемәләр
Просмотров: 112
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 11-2018
Рубрика: Минең ғаиләм / Тәржемәләр
Исеме: Пластилин айыу
Автор: Тамара Искәндәриә
Район:
Ауыл:
Рәссам: Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Минең ғаиләм / Тәржемәләр

Пластилин айыу

Пластилин айыу

Пластилин айыу/Тамара Искәндәриә
Өҫтәлдә тора
Пластилин айыу.
Уй, уҫал да һуң,
Кәрәк тиҙ тайыу!
Өҫтәл аҫтынан
Уға ҡарайым.
Ә ул тик тора –
Айыу малайы.
Бөкөрәйгән ул,
Табаны тайыш.
Уй, ысындыр ул,
Бирмәйме тауыш?
"Ҡурҡма!" – тине лә,
Күҙ йомған арала,
Айыуҙы атай
Ҡуйҙы йомарлап.
Эй йәлләп хәҙер
Уға ҡарайым:
Өҫтәлдә тора
Йоморо айыу.
Атайға хәҙер
Үҙем ялбарам:
Ул минең дуҫым,
Минең януарым!
Дуҫымдың кемгә
Тейгән зыяны?
Һыҙлайҙыр инде
Тайыш табаны.
Яҡлайым уны,
Ҡыҙып оторо:
Айыуҙар булмай
Йоморо, йоморо!
Атай, ҡолаҡ һал
Минең теләккә –
Турайт айыуҙы,
Сығар иреккә!
Пластилин бит, тип
Унан көлмәгеҙ.
Айыу дуҫыма
Минең теймәгеҙ!

Пластилиновый мишка/Тамара Искандерия

На столе моем медведь,
На него боюсь смотреть…
Он большой и хищный зверь,
Лучше спрячусь я за дверь…
Хоть от страха весь дрожу,
Через щелочку гляжу
На медведя этого,
Очень разодетого…
Только, если косолапый
Вдруг меня коснется лапой,
Я скажу ему, поверь,
Ты мой самый лучший зверь!
Но, пока я так мечтал,
Папа мой медведя… смял,
Превратился он в клубок апельсиновый,
Потому что был медведь пластилиновый…
Тут я принялся реветь:
– Где мой бедненький медведь?!
Как же это, мой дружок,
Уберечь тебя не смог?!
Не пойду теперь гулять
И слеплю тебя опять!

Перевод Леонида Соколова.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.