» » » Ҡәҙерле бүләк

Баҫылды : 1-11-2018, 11:22 |
Рубрика: Минең ғаиләм / Туған тел / Башҡорт телендә һөйләшәм
Просмотров: 159
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 11-2018
Рубрика: Минең ғаиләм / Туған тел / Башҡорт телендә һөйләшәм
Исеме: Ҡәҙерле бүләк
Автор: Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Әлфиә ШАФИҠОВА

Минең ғаиләм / Туған тел / Башҡорт телендә һөйләшәм

Ҡәҙерле бүләк

Ҡәҙерле бүләк


Рамаҙан мәктәптән ҡыуанып ҡайтып инде лә:
– Әсәй, мине Юлай тыуған көнөнә саҡырҙы. Барайыммы? Нимә бүләк итәйем икән? – тип һораны.
Һеңлеһе Мәликә:
– Ағай, мине лә үҙең менән ал әле! Яңы китабым бар, шуны ла бүләк итербеҙ! – тине.
– Ниндәй китапты әйтәһең, ҡыҙым? – тип ҡыҙыҡһынды әсәһе.
Мәликә йүгертеп үҙенең бүлмәһенән «Аҡбуҙат» журналын килтереп сығарҙы.
– Шәп журнал ул «Аҡбуҙат»! Балалар өсөн тере энциклопедия бит үҙе: шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, хикәйәләр... Барыһын да табып уҡырға мөмкин! – тине әсәһе йылмайып.
– Миңә бигерәк тә уйынсыҡтар һәм китапсыҡ эшләп алыу оҡшай. Юлайға комикстарҙы күрһәтермен, – тип ризалашты Рамаҙан да.
– Дуҫығыҙға «Аҡбуҙат» бүләк итеп бик дөрөҫ эшләйһегеҙ! Почта бүлексәһенә барып яҙылырға мөмкин икәнлеген дә әйтегеҙ, яраймы?
– Эйе, әсәй, бөтә балалар ҙа беҙҙең кеүек «Аҡбуҙат»лы булһын ине! – тип бер тауыштан сәпәкәйләне Мәликә менән Рамаҙан.

Текст буйынса эш:
1. Бирелгән тексты уҡып сығығыҙ! Һеҙ нимә бүләк итергә яратаһығыҙ? Шул турала әңгәмәләшегеҙ!
2. Ниндәй исемдәр ҙур хәреф менән яҙыла? Мәҫәлән: Рамаҙан, ...
3. «Аҡбуҙат» журналы тураһында тағы ла нимәләр беләһегеҙ?

Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.
Әлфиә ШАФИҠОВА һүрәте.

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.