» » » Уҡырға барғым килә

Баҫылды : 1-08-2018, 18:55 |
Рубрика: 1 сентябрь / Минең ғаиләм
Просмотров: 66
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 08-2018
Рубрика: 1 сентябрь / Минең ғаиләм
Исеме: Уҡырға барғым килә
Автор: Миңлегөл Тайсина
Район:
Ауыл:
Рәссам:

1 сентябрь / Минең ғаиләм

Уҡырға барғым килә

Уҡырға барғым килә/Миңлегөл Тайсина

Теләгемде белгән кеүек,
Ҡояш та ихлас көлә.
Апайҙар һымаҡ, минең дә
Уҡырға барғым килә!
Алты йәшем тулды күптән,
Ҙур ағай булдым үҙем.
Йығылһам да, иламайым,
Мин бит сыҙамлы, түҙем!
Хәрефтәрҙе лә өйрәндем,
Һандарҙы ла беләмен.
Алам, ҡушам, ҡабатлайым,
Барыһын да бүләмен!
Түҙемһеҙләнеп көтәм шул
Яҡты белем байрамын.
Сәскә тотоп, мәктәбемә
Мин уҡырға барамын!

08-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.