» » » Атайым минең - табип

Баҫылды : 1-08-2018, 18:54 |
Рубрика: Китапхана / Минең ғаиләм
Просмотров: 13
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 08-2018
Рубрика: Китапхана / Минең ғаиләм
Исеме: Атайым минең - табип
Автор: Миңлегөл Тайсина
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Китапхана / Минең ғаиләм

Атайым минең - табип

Атайым минең - табип/Миңлегөл Тайсина

Изге йөрәкле атайым
Һаулыҡ һағында тора.
Сәләмәт булайым, тиһәң
Һин унан кәңәш һора.
Алтын ҡуллы, йомшаҡ һүҙле,
Үҙ эшен белгән табип.
Тештәрҙе ынйылай итә
Тылсым таяғын табып.
Һыҙланыу-ауыртыныуҙар
“Һә” тигәнсе юғала.
Ошо һөнәрҙе һайларға
Теләйем мин шуға ла.
Әлегә ҡурсаҡтарымды
Көн һайын дауалайым,
Һалҡын тейҙергәндәренең
Арҡаһын ыуалайым.
Төймә-дарыуҙар эсерәм,
Уколын да һаламын,
Тештәренең таҙалығын
Тикшереп тә аламын.
Атайымдан өйрәнәмен
Табиплыҡ серҙәренә.
Мең дауа табырмын әле
Кешенең сирҙәренә.

08-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.