» » » Хайуандар нисек өнлө булған?

Баҫылды : 1-10-2018, 17:12 |
Рубрика: Әкиәттәр / Хайуандар илендә
Просмотров: 36
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 10-2018
Рубрика: Әкиәттәр / Хайуандар илендә
Исеме: Хайуандар нисек өнлө булған?
Автор: Әнисә ЗАРИПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя ҠӘЙҮМОВА

Әкиәттәр / Хайуандар илендә

Хайуандар нисек өнлө булған?

Хайуандар нисек өнлө булған?
Хайуандар нисек өнлө булған?

(Әкиәт)

Борон заманда ҡыр йәнлектәре лә, йорт хайуандары ла бер ниндәй өн сығармай, тып-тын йөрөр булғандар, ти.
Бер көн иртүк эт урманға сығып киткән. Еҫкәнеп, ағастар араһында йөрөй торғас, бер тоҡ табып алған. Һалбыр ҡолаҡ, тоҡтоң эсен асып та тормайынса, йөкләп алған да өйө яғына һыпыртҡан.
Урманды сыҡтым тигәндә генә, бөтәһен дә белеп-күреп торған һайыҫҡан бының тоғона килеп ҡунған да суҡып тишә башлаған. Тоҡтан хәрефтәр ҡойолоп киткән. Һайыҫҡан, ҡабаланып, уларҙы йыйырға керешкән. Быны күреп, башҡа ҡоштар ҙа осоп килеп еткән. Тоҡтағы тишекте күргәс, эт йәһәт кенә уны мүк менән ҡаплаған да тағы ла шәберәк
сабып ҡайтып киткән.
Һайыҫҡан иң күп хәрефтәрҙе йыйып өлгөргән, шунан алып ул «шыҡырыҡ-шыҡырыҡ» тип осоп йөрөй икән. Башҡа ҡоштар ҙа, уныҡынан ҡыҫҡараҡ булһа ла, өн сығара. Тоҡ тишелгән ерҙән терпе үтеп барған. Аңғармаҫтан, ҡойолоп ҡалған хәрефтәрҙе эләктергән дә, хәҙер «фырҡ-фырҡ» тип йөрөй икән. Иң аҙаҡ был урынға йылан шыуышып килеп
сыҡҡан, уға «ҫ» хәрефе генә ятып ҡалған. Шуға күрә лә ул гел генә ошо өндө ҡабатлай.
Ел «у» хәрефен осороп алып киткән. Уны бүре табып алған. Хәҙер, ул күңелһеҙ булып китһә, ошо өндө һуҙып-һуҙып олоп ала икән.
Йәнлектәрҙең күбеһе, бер ни күрмәй-белмәй, ҡара урман эсендә йөрөп ҡалған. Шуға ла күпселек ҡыр йәнлеге өнһөҙ икән.
Эт, тоғон алып ҡайтып, үҙенең дуҫтарына, йорт хайуандарына, хәрефтәр өләшә башлаған.
Әтәс менән тауыҡ иң күп хәрефтәрҙе сүпләп алғандар. Шуға күрә уларҙың «һүҙҙәре» иң оҙоно икән. Әтәс «кикирикүк» тип ҡысҡырһа, тауыҡ «ҡыт-ҡытаҡ» тип йырлап ебәрә. Һәр йорт хайуаны һәм йорт ҡошо үҙенә хәрефтәр алып өлгөргән. Шуға ла һәр береһенең үҙ өнө, йәғни һүҙе бар икән. Йә әйтегеҙ әле, йорт хайуандары һәм ҡоштары нисек һөйләшә икән?

Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА
10-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.