» » Тыуған илем - алтын бишек

Баҫылды : 1-10-2018, 16:44 |
Рубрика: Туған тел / Башҡорт телендә һөйләшәм
Просмотров: 178
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 10-2018
Рубрика: Туған тел / Башҡорт телендә һөйләшәм
Исеме: Тыуған илем - алтын бишек
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам: Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Туған тел / Башҡорт телендә һөйләшәм

Тыуған илем - алтын бишек

Тыуған илем - алтын бишек

Тыуған илем - алтын бишек

Нурисламды бөгөн мәктәптән олатаһы ҡаршы алды.
– Ҡояшлы, матур көн бит. Әйҙә, улым, атлап ҡайтайыҡ!
– Әйҙә һуң! – тине Нурислам, ҡыуанып. Килә торғас:
– Олатай, уҡытыусы беҙгә «Үҙ илем – алтын бишек», «Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып-үҫкән ил артыҡ» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белеп килергә ҡушты.
– Ә һинеңсә, Тыуған ил нимә ул?
– Кеше ҡайҙа тыуһа, шул тыуған ил була инде.
– Һәр кемдең үҙе тыуып-үҫкән кескәй төйәге – өйө, урамы, ауылы йәки ҡалаһы, районы була. Беҙҙең тыуған еребеҙ – Башҡортостан, ә тыуған төйәгебеҙ – Сирғол ауылы. Ә инде ҙур илебеҙ Рәсәй ошондай бәләкәй генә төбәктәрҙән тора.
– Олатай, ә беҙҙең өй, атайым менән әсәйем, туғандарым минең тыуған илем буламы?
– Эйе, өләсәйең менән мин дә... – тип өҫтәп ҡуйҙы йылмайып олатаһы. – Һәр кемгә тыуған ере иң ҡәҙерлеһе, яҡыны. Юҡҡа ғына өй эсендә эленеп торған йылы сәңгелдәк йәки бишек менән сағыштырмайҙар тыуған илде. Бер ниндәй байлыҡ та үҙ илеңде алмаштыра алмай. Шуға күрә лә тыуған илеңдән, тыуған ереңдән айырылырға ярамай! Шуны иҫеңдән сығарма, йәме, улым!


Текст буйынса эш:
1. Балалар! Ә һеҙ текста бирелгән мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен нисек аңлатырһығыҙ? Тыуған ил һәр кем өсөн бөйөк булыуын ниндәй юлдар һөйләй? Текстан табып уҡығыҙ.
2. Бер үк мәғәнәне аңлатҡан һүҙҙәрҙе яҙып алығыҙ! Тыуған ил, тыуған ер, тыуған төйәкте маҡтаған һөйләмдәр уйлағыҙ!

Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
10-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.