» » » Терпекәй менән Ай-Нурлыҡай

Баҫылды : 2-10-2018, 14:25 |
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Просмотров: 57
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 10-2018
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме: Терпекәй менән Ай-Нурлыҡай
Автор: Миңлегөл ХИСАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя ҠӘЙҮМОВА

Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Терпекәй менән Ай-Нурлыҡай

Терпекәй менән Ай-Нурлыҡай
Терпекәй менән Ай-Нурлыҡай/Миңлегөл Хисамова
(Әкиәт)

Көҙгө көндәр шундай йылы, ҡояш та ғәҙәттәгенән ҡыҙыуыраҡ ҡыҙҙыра төҫлө. Ялан-ҡырҙарҙа игендәр уңған, баҡсаларҙа алмалар тәгәрләшеп ята, йыйып ҡына өлгөр. Уңыштар мул быйыл. Әлеге мәл – әбейҙәр сыуағы, шуға ла урман матур: ағастар һары шәл ябынған, ботаҡтарынан осҡан алтын кеүек япраҡтары ергә түшәлеп ята. Ошо хозурлыҡҡа иҫе китеп ултыра Терпекәй өй алдындағы эскәмйәһендә.
– Ә бит был көндәр күп булһа, аҙна-ун көн дауам итер. Ошо ваҡытты файҙаланып, көҙгө муллыҡта ҡышҡылыҡҡа ризыҡ
туплап ҡалырға кәрәк, – тип уйланды Терпекәй. Иртән иртүк тороп, иренмәй генә урман ҡыҙырғанда, әллә күпме аҙыҡ
йыйырға була бит, иртәгәнән эшкә тотонорға кәрәк, — тип дәртләнде уңған Терпекәй.
Уйлаған эш – бөткән эш, тиҙәр. Терпекәй иртәнсәк тамаҡ туйҙырып алды ла, кәрзинен күтәреп, таяғын тотоп, үҙе яратҡан урман төпкөлөнә ыңғайланы. Ҡулындағы таяғы менән кипкән үләндәрҙе ҡутарып ҡарап, ашай торған  бәшмәктәрҙе кәрзиненә йыя барҙы. Бер аҙҙан ул тулып та ҡуйҙы. Юҡҡа ғына ямғыр яуып үтмәгән икән, ҡайһылай күп йыйылды бәшмәктәр, тип ҡыуанды урман йәнлеге. Өйөнә ҡайтҡас, сүп-сарынан таҙартып, епкә теҙеп, урҙаға элеп ҡуйҙы, яйлап кибер әле. Төшкә тиклем бәшмәккә, төштән һуң алмаға «һунарға» йөрөнө уңғанбикә Терпекәй.
Шулай итеп, байтаҡ аҙыҡ хәстәрләп өлгөрҙө. Ул арала көндәр һыуыта башланы. «Әлдә өлгөрөп ҡалдым. Утыным да әҙер, бынауы етеҙ, йылғыр ҡуяндар ниндәй ҙур ярҙам күрһәттеләр, ғаиләләре менән бер көндә биш-алты ҡуян эште бөтөрөп тә ҡуйҙылар, рәхмәт яуғырҙары. Ултыртҡан кишерҙәрҙе күстәнәскә биреп ебәрҙем, ашаһындар рәхәтләнеп. Эш яратҡан йәнлеккә аш та бара ул», – тип һөйләнде үҙе.
Ҡышҡа әҙерлек бөттө, буғай.
– Туҡта, ниңә күңелһеҙләндем әле?! Әллә ни эшһеҙ ҙә тормайым да баһа. Эй, эс боша шул, туҡта, дуҫым Айым-Нурлыҡайыма шылтыратып алайым әле.
– Алло, Ай дуҫҡайым! Хәлдәрең нисек? Һәйбәтме?
Ярай, улай булғас. Һин дә яңғыҙ ғына моңһоуланып тирә-яҡты яҡтыртаһың, үҙеңә ҡыйындыр бит, минең дә яңғыҙ эс бошоп тора.
Әйҙә, дуҫҡайым, миңә ҡунаҡҡа кил, был араларҙа һөйләшеп тә булманы, эш күбәйеп китте, ҡышҡы ризыҡлы булдым. Бөгөн йыйған бәшмәктәремдән тәмле итеп аш бешерәм, һутлы алмаларҙан бәлеш һалам. Һөйләшеп, серләшеп алырбыҙ, киләһеңме, йә, әйтә һал, – тип ҡабаландырҙы дуҫын.
– Саҡырыуыңа рәхмәт, бөгөн минең йондоҙло күк йыһаныма ҡара болоттар ябырылырға тора, әле яңыраҡ хәбәр иттеләр, уларҙы мин бигүк көтөп тә тормайым, ләкин йыһандың йолаһы шулай – улар үҙҙәре ҡасан теләй, шунда киләләр, бер сәғәт ваҡыт арауығында мин ергә төшөрмөн, көт, – тине Ай-Нурлыҡай.
– Рәхмәт, дуҫҡайым, көтәм, – тине Терпекәй. Ул өҫтәлен хәстәрләй башланы, уртаға көҙҙөң иң матур сәскәләре – астраларҙы вазаға ултыртып ҡуйҙы, төрлө тәмлекәстәр әҙерләне. Күп тә үтмәй, тирә-яҡты нурға ҡойондороп, берҙән-бер дуҫы Айы-Нурлыҡайы килеп инде. Ҡосаҡлашып күрештеләр.
Ике дуҫтың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ҡайтырға ла ваҡыт етте Ай-Нурлыҡайға.
– Хәҙер инде үҙең дә миңә ҡунаҡҡа кил, Терпекәй дуҫым, – тине Ай-Нурлыҡай.
– Эй, әхирәткәйем, һинең йондоҙло күк йыһаныңа мин барып етә алмам, бигерәк бейектәһең шул. Минең бит бында серле, моңға тулы урманым
бар, ә һинең эргәңдә күпме йондоҙҙарың, тимәк, беҙ икебеҙ ҙә  яңғыҙ түгел, икебеҙ ҙә бәхетле.
– Йә, ярай, дуҫҡайым, һау бул! – тип Ай-Нурлыҡай күҙҙән
юғалды... Терпекәй дуҫы артынан оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла:
– Ошондай Ай-Нурлыҡай кеүек тоғро дуҫың, серҙәшең булыуы ниндәй һәйбәт! – тип ҡыуанып өйөнә йүнәлде.

10-2018
Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.