Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Алтын алма

    image
    Алтын алма
  3. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. СЫСҠАН менән ТӨЛКӨ

    image
    СЫСҠАН менән ТӨЛКӨ
Баҫылды : 1-10-2018, 13:42 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем

Просмотров 215
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2018
Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
Исеме:Бөркөтлө – матур ауыл
Автор:Мостай Кәрим
Район:
Ауыл:
Рәссам:Артур Василов
Бөркөтлө – матур ауыл
Бөркөтлө – матур ауыл/Мостай Кәрим

Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән?
Бөркөтлө ҡарағас, ҡайын, ҡарағай урмандары менән ҡапланған тауҙар араһында – Урал итәгендә ултыра. Уның ике яғында – ике ҙур күл. Береһен – Ҡалҡанкүл, икенсеһен Ҡылыскүл тип атап йөрөтәләр.
Бөркөтлөнөң күрке күлдәр генә түгел. Уның тирәһендә кемуҙарҙан ярышып күккә үрләгән тауҙар, тау араларындағы йәшел үҙәндәр, ҡаяларҙан урғылып сыҡҡан шишмәләр, таштан-ташҡа һикереп уйнаған ҡыр кәзәләре, яҙғы шарлауыҡтарҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем тынмай һайраған ҡоштар йәм өҫтөнә йәм өҫтәй. Кеше аяғы баҫмаған түбәләрҙә бөркөттәр бала сығара. Улар йыш ҡына саңҡ-саңҡ итеп ауыл өҫтөнән осоп үтә. Ана шул бөркөттәр инде бынан бик күп йылдар әүәл ауылға исем биргән: Бөркөтлө.
Ҡылыскүл эргәһендәге бейек түбәне Күкрәктау тип йөрөтәләр. Күкрәктау башына менеп ҡараһаң, күк сите әллә ҡайҙа алыҫҡа күсеп китә. Тик әллә ҡайҙа ятҡан Кирәмәт кенә аяҙ көндәрҙә ҡараған һайын яҡынайған һымаҡ күренә.
... Шәрифулла ағай бик серле тауыш менән нимә тураһындалыр әңгәмә һөйләй. Ҡалған дүртеһе тын да алмай тыңлап ултыра.
... – Кирәмәт башына менеү – бөркөт осор бейеклеккә күтәрелеү тигән һүҙ ул. Төндәрен уның өҫтөндә, – ти  Шәрифулла, – усаҡ тирәһендә әйләнгән күбәләктәр төҫлө, йондоҙҙар һикерешеп уйнай. Улар түбән үк төшәләр – үрел дә тот үҙҙәрен! Ҡайһы бер үтә шуҡтары, яңылыш ҡаяға һуғылып, селпәрәмә лә киләләр. Ана шуны инде, йондоҙ атылыу, тиҙәр.
Әммә Кирәмәттең ҙур хәсрәте бар. Уның башындағы кескәй генә күлдә әүәл заман алтын-көмөш балыҡтар мыжғып торған. Бәлки, йондоҙҙар шулар менән шаярыр өсөн тау түбәһенә төшкәндәрҙер ҙә?..
(«Өс таған» повесынан өҙөк).
10-2018
Рәссам Артур ВАСИЛОВ


(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар