» » Тиҙәйткестәр

Баҫылды : 1-08-2018, 17:37 |
Рубрика: Туған тел / Минең әлифбам
Просмотров: 206
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 08-2018
Рубрика: Туған тел / Минең әлифбам
Исеме: Тиҙәйткестәр
Автор: Әсхәт Әхмәт-Хужа
Район:
Ауыл:
Рәссам: Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Туған тел / Минең әлифбам

Тиҙәйткестәр

Тиҙәйткестәр

Тиҙәйткестәр/Әсхәт Әхмәт-Хужа


Уу

Уба уҙып, ужым урап,
Ухылдашып, уфылдашып,
Урманлыҡта, уҫаҡлыҡта,
Ун утындан усаҡ яҡтыҡ.
Усаҡтағы уҫаҡ уты
Уйландыра уландарҙы.

Хх

Халҡыбыҙ – хазина!
Хайранмын халҡыма.
Хөрмәтем,
Хәстәрем,
Хыялым,
Хистәрем –
Халҡыбыҙ хаҡына!


Һөйөнөс

Һикереп-һикереп һөйөнәләр:
Һағынғандар,
Һағынғандар!
Һағыҙаҡтай һырып,
Һырығып,
Һонолалар,
Һарылалар!
Һөйкөмлөләр,
Һоҡланғыстар
Һәүбән, Һылыуҡай, Һөйөндөк, Һәҙиә:
Һөйләнәләр,
Һөйләшәләр,
Һаулыҡ һорашалар һәр һүҙҙә:
– Һаумыһығыҙ!
– Һаумыһығыҙ!

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

08-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.