» » » » 08-2013

Баҫылды : 1-08-2013, 13:10 |
Рубрика: 2013 / Һандарға күҙәтеү
Просмотров: 6 737
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 08-2013
Рубрика: 2013 / Һандарға күҙәтеү
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

2013 / Һандарға күҙәтеү

08-2013

08-2013

Хәйерле көн, һаумыһығыҙ журналды көтөп алып, яратып уҡыған уҡыусылар! Балалар өсөн ай һайын сығып килгән «Аҡбуҙат» журналының 8-се һаны ла бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре менән һеҙҙе ҡаршылай.
Баҫмабыҙҙың тәүге тышлыҡ битен рәссам майя Зыяи балаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек йәйге күренештәрҙе, сағыу, яҡты буяуҙар менән һүрәтләй.
Журналыбыҙҙы башлап Фәрзәнә Аҡбулатованың “Йомроҡай” исемле терпе балаһы тураһындағы әкиәте асып ебәрә. Ниндәйҙер яңылышыуҙар, уйланылмаған аҙымдар аша үтеп хатаһын аңлаған йән эйәһенең, тыуған иленә, тыуған еренә наҙ менән тулы һөйөүе һүрәтләнгән был әкиәттә.
2-3 биттәрендә билдәле шағирә Лариса Абдуллинаның “Дуҫым”, “Бала саҡ утрауы” исемле шиғырҙары бирелгән. Шунда уҡ Ильдус Тимерхановтың да “Бөжәктәр шелтәһе” исемле әкиәте урын алған. Хәйлә ҡороп ау тотҡан үрмәкестән нисек тә үс алырға, тиеп йыйылған бөжәктәр тураһында был шиғри әкиәт.
4-5-се биттә ғәҙәттәгесә, “Бәпембә” урынлашҡан. Бында һеҙ тиҫтерҙәрегеҙҙең ижады менән танышырһығыҙ. Шунда уҡ Күмертау балалар йортоның шаян улдары, һәм матур ҡыҙҙарының фоторәсемдәре шат, сағыу йөҙҙәре менән һеҙҙе ҡаршылай.
Киләһе биттә уҡытыусылар ижады урынлашҡан. Нефтекама ҡалаһынан Диләрә Нурғәлиеваның “Тыуған илем — алтын бишек” исемле әкиәте. Һәм шунда уҡ Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан Миңзәлә Хәлилованың шиғырҙары һеҙҙе көтөп ҡала.
Урталағы китапсыҡта Шағирә Фаҡиһа Туғыҙбаеваның “Юл япрағы” исемле Төлкө менән Айыу тураһындағы бик ҡыҙыҡ әкиәте тасуирланған.
10-11-се биттәрҙә уҡытыусылар ижады дауам итә. Линиза Ноғаманованың Йәмилә исемле шундай матур, шул уҡ ваҡытта бик моңһоу, бойоҡ ҡыҙ тураһында әкиәте һүрәтләнгән. Шунда уҡ Ләйсән Лотфуллинаның да “Данил мәктәпкә бара” исемле шиғыры урынлашҡан.
Артабан Сәрүәр Ғәләүетдиновтың йомаҡтары һеҙҙе көтә. Биттең икенсе яртыһында “Фәстереү рубрикаһы” аҫтында Юнир Салауатовтың “Ниңә аяҡтар ҡыйыш”, “Антенна” исемле ҡыҙыҡлы әкиәти ваҡиғалары һүрәтләнгән.
14-15-се биттәрҙә Айнар Байбулатовтың “Ҡара көстәр” исемле тәфтишсе Вәтһин менән доктор Һумстың сираттағы тикшереүҙәре бирелгән.
Сиратта “Ҡотлауҙар” рубрикаһы. Бәләкәстәрегеҙҙе байрамдары менән ҡотларға уйлаһағыҙ, рәхим итегеҙ!
Журналдың һәр һанында һеҙҙең өсөн яңынан-яңы уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар урын ала.
Онотмағыҙ! Һәр һандың тышҡы битендә Башҡортостан урман хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурс тураһында мәғлүмәт бар. Һеҙҙән тәбиғәткә ҡағылышлы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Журнал биттәрен Майя Ҡәйүмова, Әлфиә Шәфиҡова, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов, Артур Вәсилов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.
  • УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

    БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

    Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

    РУБРИКАЛАР

    Цитата

    Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

    Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.