» » » Зәйнулла ишан фатихаһы/Лира Яҡшыбаева

Баҫылды : 31-08-2018, 16:44 |
Рубрика: Авторҙар / Арҙаҡлы шәхестәр
Просмотров: 95
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 08-2018
Рубрика: Авторҙар / Арҙаҡлы шәхестәр
Исеме: Зәйнулла ишан фатихаһы
Автор: Лира Яҡшыбаева
Район:
Ауыл:
Рәссам: Азамат Ғарипов

Авторҙар / Арҙаҡлы шәхестәр

Зәйнулла ишан фатихаһы/Лира Яҡшыбаева

Булмаҫ, юҡты! Бот буйы малай нисек ямғыр яуҙыра алһын, ти? Был ямғыр һиңә эйәреп килгән ул, ишан хәҙрәттәре, – тине Уйылдан ағай.
Бер аҙҙан ямғыр тымды. Өҫтө-башы һыуланған ҡураныс ҡына кәүҙәле малай инеп, ишек төбөндә туҡтап ҡалды:
– Саҡырҙығыҙмы? – Һораулы ҡараған йәшкелт-көрән күҙҙәр ҡунаҡҡа төбәлде.
– Минең өҫтөмә йәйғор төштө, шуға оҙаҡланым.
Зәйнулла ишан ултырған еренән тороп, малай янына килде лә уны ҡосаҡлап алды, һыуланған кейемдәрен систереп, етәкләп эргәһенә килтереп ултыртты:
– Әйҙүк, улым, ултыр яныма. Һине көтәм. Йә, өҫтөңә йәйғор нисек төштө, һөйлә әле.
Йәйғор тураһында уйламай ысҡындырыуына үкенгән малай һағайып ҡына атаһы яғына ҡарап ҡуйҙы ла аҫҡа ҡараны.
– Улайһа, үҙем әйтәйемме? – тине ҡунаҡ, малай баш ҡаҡҡас, дауам итте:
– Башта һин асыҡҡан малдарҙы йәлләп, ямғыр теләнең. Аллаһ теләгеңде ҡабул итте. Ямғыр тымғас, таш өҫтөндә кибенеп ултыра инең, күккә йәйғор ҡалҡты. Бер осо һиңә килеп тоташты, шулаймы?
– Эйе.
– Шунан ни эшләнең?
– Аллы-гөллө нурҙарҙы устарыма йыя башланым.
– Эйе, шулай иттең. Шунан? Йә, йә?
Атаһының ҡаты ҡарашынан малай тымып ҡалды.
– Мөьминә һеңлеңә Аллаһтан бәхет һораның, шулай бит?
– Ҡайҙан беләһең?
– Йә, шулай түгелме ни?
– Эйе, шулай. Ул иң бәләкәсебеҙ, мин уны ныҡ йәлләйем. Өләсәйем әйтмешләй, бер таңда ҡошҡа әйләнеп арабыҙҙан осоп китмәһен, тип ҡурҡам. – Малай тағы ҡунаҡҡа аптырап ҡараны. – Ә һин уны ҡайҙан белдең?
– Беләм, мин барыһын да белеп торам. Улым, уҡығың киләме?
– Килә лә ул, ауылда мәҙрәсә юҡ.
– Үҙем менән Троицкиға алып китәм.
– Һеҙҙең менән китһәм, Мөьминә һеңлемде кем көтөр? Ул йыш ауырый, әле йүнләп атлай ҙа алмай. Йәнә Мортаза, Теүәлбай, Бәхтейәр, Аллаяр туғандарымды кем ҡарар?
Зәйнулла ишан өй хужаһына табан боролоп ултырҙы.
– Уйылдан ҡорҙаш, улың изге күңелле, туған йәнле бит. Үҙеңә шәфәғәтсе үҫә. Өҫтөнә юҡҡа ғына йәйғор нуры төшмәгән. Аллаһ улыңа һирәк осрай торған бәрәкәт биргән. Уйылдан,
улың – ергә йөҙ йылға бер килә торған һайлам бала.
Бына нимә, уны хәҙергә күрше ауыл мәҙрәсәһенең хәлфәһе Фәттәхетдин муллаға бирәйек. Ҡайтып йөрөүенә яҡын булыр. Уҡыуына түләү хаҡында борсолма, уныһын үҙем хәстәрләрмен.
Ул ашҡа хуш итте лә, Мөжәүирҙе етәкләп, үҙе менән мәсеткә алып китте. Ҡулға-ҡул тотоноп барғанда малайҙың күңелендә ишан хәҙрәткә ҡарата шундай йылы хис уянды, ишан ҡулынан йөрәгенә зәңгәрһыу нур үтеп ингәндәй тойолдо, бөтә тәнендә еңеллек һиҙҙе, ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай булды, осоп киткеһе килде.
Буласаҡ бөйөк бағымсы Мөжәүир хәҙрәт, шулай итеп, Иҙелбай ауылы мәҙрәсәһенең шәкерте булып китте.

08-2018

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.