» » » » 03-2013

Баҫылды : 1-03-2013, 11:45 |
Рубрика: 2013 / Һандарға күҙәтеү
Просмотров: 1 539
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 03-2013
Рубрика: 2013 / Һандарға күҙәтеү
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

2013 / Һандарға күҙәтеү

03-2013

03-2013

Ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ! Яҙҙың беренсе айы менән ҡотлайбыҙ һеҙҙе!
2013 йылдың 3-сө һаны һеҙгә яңы рубрикалар, әкиәттәр, фәһемле хикәйәләр, шиғырҙар бүләк итәсәк һәм улар һеҙгә бик оҡшар тип өмөтләнәбеҙ.
Өфөлә YI-сы Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары үтте. 20 илдән килгән йәш спортсылар араһында Рәсәй командаһы ал бирмәне. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙан да ярыштарҙа ҡатнашып уңыштарға өлгәшеүселәр ҙә аҙ булманы. Уларҙың фотоларын ҡарап танышырһығыҙ. Афарин!
Журналыбыҙҙың тәүге битен баш мөхәррир — шағирә Тамара Искәндәриә аса. “Әсәй икмәк һала” исемле нәзәкәтле был шиғырҙа, баланың әсәгә ҡарата наҙ тулы һөйөүе тасуирланған.
2-3-сө биттә Сабир Шәриповтың юбилейы айҡанлы бер нисә ҡыҫҡа ғына хикәйәләрен тәҡдим итәбеҙ. Яҙыусы үҙенең балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән булған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалары һүрәтләй.
Артабан ғәҙәттәгесә “Бәпембә” урын алған. Бында һеҙҙе, һәр ваҡыттағыса, тиҫтерҙәрегеҙ ижады көтә. Шулай уҡ, һеҙҙе “Ҡотлауҙар” рубрикаһы менән таныштырабыҙ. Яҡындарығыҙҙы тәбрикләргә теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ! Мәғлүмәт журнал биттәрендә.
Киләһе биттә Гөлнур Яҡупова һеҙҙең иғтибарға “Хан ҡыҙы” тип аталған әкиәтен тәҡдим итә. Унда тәҡҡәбер хан ҡыҙының ни өсөн ташбаҡаға әүерелгәне һүрәтләнгән. Битте Әлфиә Шафиҡова апайығыҙ әкиәткә ҡағылышлы һүрәттәре менән биҙәгән.
Сиратта 8-9 бит. Айнар Байбулатовтың “Китаптар иленә сәйәхәт исеме аҫтында йомаҡтар, башватҡыс уйындары бирелгән.
Журналыбыҙҙың ҡап уртаһында “Әсәйемә гөлләмә”. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уҙып китһә лә, гөлләмәләр бүләк итеү бер генә лә һуң түгел. Сәскәне бүләк итеп алырға һәр әсәйҙә, өләсәйҙә, хатта ҡыҙҙар ҙа ярата. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, бергәләшеп киҫәйек, төҙөйөк. Аңлатмаларҙы иғтибар менән уҡығыҙ, гөлләмәгеҙ менән яҡындарығыҙҙы шатландырығыҙ.
Киләһе 10-11-се биттә, бер түгел ике автор, тормошта осраҡлы була торған хәлдәр менән таныштыра. Зөлфирә исемле ҡыҙҙың ниндәй бәләгә тарыуы тураһында Рәйлә Назарғолованың “Ҡыҙыл емеш” хикәйәһен уҡып белерһегеҙ. Ә инде Регина Шаһисолтанованың “Күгәрсен һөтө”хикәйәһендә был әйтемдең мәғәнәһе нимә аңлатҡанын Айзилә өләсәһенән ишетә һәм үҙенең белгәнен һеҙҙең менән дә уртаҡлаша.
12-13 биттә һеҙҙе Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге конкурста ҡатнашҡан тиҫтерҙәрегеҙҙең шиғырҙары көтә. Шунда уҡ “Матур исем” рубрикаһында Нәркәс менән танышырһығыҙ. Исеменең мәғәнәһе, нимә аңлатҡаны һеҙҙең өсөн фәһемле булыр.
Артабан “Нурлы шәлдәр” тип аталған әкиәт бирелгән. Изге күңелле Сәмәрә исемле уңған ҡыҙ һәм уның киреһе Хаят исемле көнсөл ҡыҙҙың эшләгән аламалыҡтары тураһында был әкиәт.
Күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар дуҫтарыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттә ҡалабыҙ! Шулай уҡ Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған “Әсәйҙәр байрамы” исемле йыр тәҡдим итәбеҙ.
Журналыбыҙҙың аҙаҡы битендә Башҡортостан урман хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурс дауам итә! Һеҙҙән тәбиғәткә ҡағылышлы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.
  • УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

    БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

    Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

    Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

    Цитата

    Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

    Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.