» » » "Бәпембә" фестивале

Баҫылды : 30-06-2013, 10:38 |
Рубрика: Конкурстар / Бәпембә-2013
Просмотров: 74
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 06-2013
Рубрика: Конкурстар / Бәпембә-2013
Исеме: "Бәпембә" фестивале
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Конкурстар / Бәпембә-2013

"Бәпембә" фестивале

"Бәпембә" фестивале

 

Бер йыл буйына "Аҡбуҙат” журналындабалалар яҙыусыһы Фәүзиә Рәхимғолова призына арналған шиғыр яҙыусы уҡыусылар араһында конкурс ойошторолдо. 1 июндә Ишембай ҡалаһының З.Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһында еңеүселәрҙе ҡотларға ҙур фестиваль ойошторолдо. Төрлө райондарҙан йыйылған 37 еңеүсе йәш шағирҙарҙы, ярҙам күрһәткән ойошма вәкилдәрен, ата-әсә һәм уҡытыусыларҙы гимназия ҙур концерт менән ҡаршы алды. Байрам Ә.Вәлиди бюсына сәскәләр һалыу тантанаһы менән башланды. Артабан шарҙар менән биҙәлгән матур майҙансыҡта фестивалде, күңелле итеп, алып барыусы Шиғырбай - ... менән ... асып ебәрҙеләр. "Алтын бишек”, "Хыял”, "Изгелек”, "Бәләкәй шағир” номинацияһында еңеүселәр ҡунаҡтарға үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Еңеүселәрҙе сәхнәлә ойошма вәкилдәре төрлө иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар менән ҡотланы. Дүрт номинация буйынса 9 уҡыусы, иҫтәлекле бүләктәрҙән тыш, призға кеҫә кәрәҙле телефондары менән бүләкләнде. Ә фестивалддең иң ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле ваҡыты Гран- приға лайыҡ булыусының исеме яҙылған конвертты асыу булды. Уны, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы асып, иғлан итте. Ул бәхеткә Межгорье ҡалаһынан Илһам Ғәлиастанов эйә булды. Әлбиттә иҫтәлекле бүләк һәм иң ҡиммәтле кеҫә кәрәҙле телефоны уға булды.

Байрамдың икенсе өлөшөндә фестивалдә ҡатнашыусылар изге Торатау тауына сәйәхәткә барҙы. Тау башында тирә-яҡты күҙәтеп кенә ҡалманылар, кесе йәштәге буласаҡ шағирҙар менән билдәле шағирәләр ҙә үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләне, ижад серҙәре менән уртаҡлашты.

Эйе, Ишембай ҡалаһында тәүге тапҡыр үткәрелгән "Бәпембә” фестивале буласаҡ йәш ижадсылар күңелендә онотолмаҫ иҫтәлек булып ҡалғандыр, тип ышанғы килә.

 

Фотоальбом; https://vk.com/album-27130948_256061243

 

"Аҡбуҙатсылар”

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.