» » » Ишембай, афарин!

Баҫылды : 1-01-2016, 16:04 |
Рубрика: Фотолар / Мөғжизә иле-мәктәбем
Просмотров: 168
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 01-2016
Рубрика: Фотолар / Мөғжизә иле-мәктәбем
Исеме: Ишембай, афарин!
Автор: Айнар Байбулатов
Район: Ишембай ҡалаһы
Ауыл:
Рәссам:

Фотолар / Мөғжизә иле-мәктәбем

Ишембай, афарин!

Ишембай, афарин!
Иң зирәк, иң отҡор балалар ҡайҙа йәшәй, тиһегеҙме? Әлбиттә, Ишембайҙа, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге икенсе һанлы Башҡорт гимназия-интернатында! Бөгөн бында, белем тирмәһендә, оло байрам.
“Хыялдарҙы бойомға мин ашырам,
Балаларҙың янына мин ашығам”, –
тип йырлап, пар ҡанатлы “Аҡбуҙат” балалар менән осрашыуға осоп килде.
Тирмә хужаһы – уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Раушания Рамаҙан ҡыҙы Иҙрисова “Аҡбуҙат”ты һәләтле кескәйҙәр менән таныштырҙы, һөнәрҙәре тураһында һөйләне.
Һай, афарин да инде үҙҙәре! Ҡурайҙа ла, скрипкала ла уйнайҙар, бейей ҙә, ырғаҡлы энә менән бәйләй ҙә, пластилин менән төрлө әйберҙәр йәбештерә лә улар. Хатта сатраш һәм шахмат уйыны оҫталары ла күп бында.
Өлгөлө балалар Руфина Тарханова, Денис Собханғолов, Карина Абдуллина сатраш, хоккей уйындары, каратэ буйынса алдынғылар рәтендә.
Мөғжизәле был тирмәлә уҡытыу еңел һәм аңлайышлы алып барыла. Балаларҙың көләс йөҙҙәрен шатлыҡ нурҙары яҡтыртып тора. Уларҙың етеҙлегенә, тапҡырлығына һоҡланмау мөмкинме һуң?
Миңһылыу Фәйзулла ҡыҙы Вәлиева, Гөлфинә Вәкил ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, Гөлназ Шәфҡәт ҡыҙы Баймөхәмәтова, Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Кинйәбаева кеүек башланғыс класс уҡытыусылары кескәйҙәрҙе ныҡлы белемле, эшсән, булдыҡлы, фекерле кешеләр итеп тәрбиәләргә тырыша.
“Аҡбуҙат” балаларға изге теләктәр теләне, бүләктәр бирҙе.
– Һәр һаныңды түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ! Тағы кил! – тип оҙатып ҡалды балалар.

Айнар Байбулатов әҙерләне.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.